ҒӘЙНЕТДИНОВ Юлай Ишбулды улы (8.1.1954, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Үрге Таулыҡай а.), ҡурайсы, фольклорсы. БР‑ҙың халыҡ артисы (1994). РФ‑тың (2003), БАССР‑ҙың (1988) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Ҡурайсылар союзы ағзаһы (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй, 1978 й. алып БАССР‑ҙың Статистика идаралығы Иҫәпләү үҙәгенең өлкән инженер-программисы, 1984 й. — ӨДСИ эргәһендәге урта махсус муз. мәктәбе уҡытыусыһы, 1989 й. — Респ. халыҡ ижады һәм мәҙәни-ағартыу ғилми-методик үҙәгенең бүлек мөдире, 1991 й. — “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ының “Хазина” ижади берекмәһе етәксеһе, бер үк ваҡытта 2008—11 йй. БР‑ҙың Архив эштәре идаралығының нач. урынбаҫары. Ҡурайҙа уйнау алымдарын камил белә, Башҡортостандың Урал аръяғы халыҡ ҡурайсылары традицияларын дауам итә. Репертуарында башҡ. музыка фольклорының 300‑ҙән ашыу инструменталь варианты, ш. иҫ. 100‑ҙән ашыу оҙон көй: “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Кәмәлек”, “Сыңрау торна”, “Урал” һ.б. А.К.Кукубаевтың Оркестр менән ҡурай өсөн пьесаһын тәүге башҡарыусы. Башҡ. муз. фольклорына һәм хореографияһына, халыҡ башҡарыусыларына арналған 300‑ҙән ашыу телевизион тапшырыуҙың авторы һәм алып барыусыһы. Халыҡ-ара ойвакэ (Эсаши ҡ., 1990), “Евразия йыры” (“Песня Евразии”; Саппоро ҡ., 2003), “Вашшои” бөтә донъя фольклор (Осака ҡ., 2000; бөтәһе лә — Япония) фестивалдәрендә ҡатнаша. Й.Иҫәнбаев ис. призға респ. ҡурайсылар конкурсы (Өфө, 1978; Гран-при), Халыҡ‑ара фольклор фестивале (Сегед ҡ., Венгрия, 1983), БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (2002) лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Курай Адигама. Уфа, 2008 (авторҙ.); Курай и кураисты. Уфа, 2011.

 

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика