ВАСИЛЬЕВ Павел Ефимович (14.1. 1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Сиҙәк‑Васильевка а., хәҙ. БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Ерекле а., — 29.7. 1978, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 30‑сы йй. Бәләбәй, Бишбүләк р‑ндарында комсомол, партия эшендә; Бишбүләк р‑ны прокуроры. 1941 й. июненән алып Төньяҡ‑Көнбайыш, Калинин һәм 2‑се Алыҫ Көнсығыш фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 15‑се армия 21‑се моторлаштырылған инженер штурмлау бригадаһы 132‑се айырым мотоштурмлау инженер- сапёр батальоны ком. сәйәси бүлек б‑са урынбаҫары капитан В. 1945 й. авг. Фуцзинь ҡ. (Ҡытай) өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1947) 1963 й. тиклем Бишбүләк, Дүртөйлө р‑ндарында совет һәм партия эшендә. БАССР ЮС‑ының 3—4‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Бишбүләк р‑ны Бишбүләк а. В. йәшәгән йортҡа һәм ул тамамлаған Бәләбәй педагогия колледжы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 

 

И.Г.Тарасов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика