ҒӘЙЗУЛЛИН Рәмил Мәүлит улы [25.9.1961, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Татлы а. (Межгорье ҡ.)], ҡурайсы. РФ‑тың атҡ. (2008), БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1994) артисы. ӨДСИ-не (1996; Р.Р.Рәхимов класы), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2002), Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт акад. (2010) тамамлаған. 1987 й. алып Башҡ. филармонияһы солисы, 2001 й. —  Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрының художество етәксеһе, дир. (нигеҙ һалыусы). Ғ. башҡарыуына йомшаҡ, моңло итеп ҡурайҙа уйнау м‑н өзләүҙе берләштереү хас. Бер юлы бер нисә ҡоралда — ҡумыҙ, хайран (үҙе уйлап тапҡан тынлы инструмент), дуплфуруй (венгр флейтаһы), чоор (ҡырғыҙ буй флейтаһы), һыбыҙғыла (татар флейтаһы) — уйнау оҫтаһы. Ғ. репертуарында оҙон көйҙөң классик өлгөләренең (“Ғилмияза”, “Ҡаһым түрә”, “Урал” һ.б.) инструменталь варианттары, бейеү көйҙәре (“Зарифа”, “Ҡарабай”, “Түңәрәк күл” һ.б.); ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, татар, украин, урыҫ, француз һ.б. халыҡ көйҙәре. М.Х.Әхмәтовтың “Варган‑синфония”һында ҡурай партияһын тәүге башҡарыусы (1996). С.Ҡорманғазы ис. Ҡаҙағстан халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры, Н.П.Осипов ис. Рәсәй халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры, В.В.Андреев ис. Рус дәүләт оркестры, Т.Джәлилов ис. Үзбәкстан дәүләт халыҡ музыка ҡоралдары оркестры м‑н сығыш яһай. ТАССР-ҙа БАССР-ҙың әҙәбиәт һәм сәнғәт (1989), Мәскәүҙә БР (1997), Әзербайжанда Рәсәй мәҙәниәте (Баҡы, 2000), С.-Петербургта БР мәҙәниәте (2001) көндәрендә, Һиндостанда Рәсәй йылының мәҙәни саралары сиктәрендә (Нью-Дели, 2008) ҡатнаша. 2012 й. Ғ. инициативаһы м‑н Халыҡ‑ара “Урал ораны” (“Зов Урала”) халыҡ инструменттары оркестрҙары һәм ансамблдәре конкурс‑фестивале үткәрелә (Өфө).Рәсәй буйлап һәм донъяның 15 илендә гастролдәрҙә була. “Төньяҡ кубогы (“Кубок Севера”) халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсы (Череповец ҡ., 1994), Бөтә Рәсәй халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсы (Горький ҡ., 1989) лауреаты.

Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика