ВАСИЛЬЕВ Григорий Семёнович [22.9.1897, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ефремкин а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 28.1. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 27.1.) 1943, Воронеж өлк. Түб. Турово а., ш. уҡ өлкәнең Хохол а. янында, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Кочетовка а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1943). Подполковник (1942). Граждандар һәм Көнсығыш т. юлындағы, 1938 й. Хәсән күле янындағы һәм 1939 й. Халхин- Гол й. ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. РККА хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1934). 1918 й. алып Ҡыҙыл Армияла. Йыйылма Урал отряды походында, 1918—20 йй. Көнсығыш фронттағы һуғыштарҙа, 1922 й. Волочаевка операцияһында ҡатнаша. 1941 й. окт. алып Көньяҡ-Көнбайыш, Брянск һәм Воронеж фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 60‑сы армия 232‑се уҡсылар див. 605‑се уҡсылар полкы ком. подполковник В. 1943 й. 24— 28 ғин. Воронеж өлк. Верхненикольское, Кочетовка, Түб. Турово һәм Яблочное аа. өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн лайыҡ була. Ленин (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (?, 1942) орд. м-н бүләкләнгән. Бийск ҡ., Кочетовка һәм Түб. Туровола урта мәктәптәргә В. исеме бирелгән; Бийск, Ефремкино һәм Түб. Туровола уға һәйкәл ҡуйылған. 

И.Г.Тарасов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика