ҒӘЗИЗУЛЛИН Исмәғил Ҡорбан улы (17.9.1946, Ишембай ҡ.), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1990). П.П.Беньков ис. Респ. художество уч-щеһын (Ташкент) тамамлаған (1972). Ғ. ижадында 20 б. авангард сәнғәтенең йоғонтоһо һиҙелә, примитивлыҡ һәм кубизм һыҙаттарына өҫтөнлөк бирелә. Үҙенең эштәрендә рәссам көндәлек тормош сюжеттарын сағылдырып (ҡара: Тормош-көнкүреш жанры), дәрүиш образ-типтары өҫтөнлөк иткән бөтөн донъя картинаһын күҙ алдына баҫтыра. Ғ. әҫәрҙәренә асыҡ төҫтәр ярашыуы хас (“Уҡыусы ҡыҙ”, “Тауҙарҙағы юл”; икеһе лә — 1989). Графикала офорт мөһим урынды биләп тора (“Ҡунаҡҡа”, 1986; “Ауыл тормошо”, 1989; “Киске намаҙ”, 1998); ш. уҡ литография (“Ҡош тотҡан ҡарт”, 1998), акварель (“Бесәндән ҡайтыу”, 1990), акрил (“Атай”, 2013) техникаһында эшләй. “Инйәр” (1989; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре), “Һары бейә” (1990) ижади төркөмдәре, Көньяҡ Башҡортостан рәссамдары ассоциацияһы (1996) ағзаһы. 1982 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре — Өфө (1988, 1996). Эштәре БДХМ, “Оҙайлы һаҡлауҙар фонды” ААЙ, “Урал” галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), “Ҡазан” милли мәҙәни үҙәгенең Милли мәҙәниәт музейында (Ҡазан), Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

 Әҙәб.: Сары бия=Жёлтая лошадь: выставка произведений башкирских художников. Живопись: каталог. М., 1991.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика