ВАСИЛЬЕВ Василий Семёнович [1912, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡуян а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 9.8.1944, Вилкавишкис ҡ.], артиллерист, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1934— 38 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. авг. алып Көнбайыш, 2‑се һәм 3‑сө Белорус фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө армия 43‑сө айырым танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының артиллерия батареяһы ком. лейтенант В. 1944 й. 9 авг. Вилкавишкиста күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. 

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика