АЙВАЗОВ Борис Викторович (30.3.1911, С.‑Петербург — 15.7.2004, Өфө), физик-химик. Химия ф. канд. (1949). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1967), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1975). 1931 й. алып Гидрология ин‑тында (Ленинград), 1934 й. — СССР ФА‑ның Химик физика ин‑тында (Мәскәү), 1949 й. — Горький ун‑тында (лаб. мөдире) эшләй. 1951 й. алып СССР ФА БФ‑ның Химия бүлегендә өлкән ғилми хеҙм‑р; 1958—82 йй. БДУ‑ла: 1962 й. алып ғилми эштәр б‑са проректор, бер үк ваҡытта 1962—67 йй. физик һәм аналитик химия каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре углеводородтарҙың түбән т‑раларҙа окисланыу механизмын һәм ҡаты ракета яғыулыҡтары ҡатнашмаһын өйрәнеүгә, химик процестарҙы өйрәнеүҙә инәүле атомдар ҡулланыуға, нефть дистилляттары һәм һауа составына ингән көкөртлө органик берләшмәләрҙе аныҡлау өсөн хроматографик анализ ысулдарын камиллаштырыуға бәйле. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1954).

Хеҙм.: Физико-химические константы сераорганических соединений. М., 1964 (авторҙ.); Основы газовой хроматографии. М., 1977; Введение в хроматографию. М., 1983.

Ф.Х.Ҡудашева

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.