ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Наил Мырҙахан улы [4.5.1953, БАССР-ҙың Боҙаяҙ р-ны Исмәғил а. (БР-ҙың Ауырғазы р-ны)], инженер-механик. А.х. ф. д-ры (2009), проф. (2011). БАХИ-ны (1981), Свердловск Юғары партия мәктәбен (1990) тамамлаған. 1975 й. алып Ауырғазы р-нында: инженер-технолог, мотор цехы нач., 1980 й. — партия ком-ты секретары, 1981 й. — а.х. производство-техник тәьмин итеү б‑са район производство берекмәһенең дир. урынбаҫары. 1981 й. сент. алып Бүздәк р-нында: а.х. производство-техник тәьмин итеү б‑са район производство берекмәһе идарасыһы, 1986 й. — район агросәнәғәт берекмәһенең механизациялау һәм электрлаштырыу б‑са рәйесенең 1-се урынбаҫары, бер үк ваҡытта РТП директоры. 1991 й. алып БР-ҙың матди ресурстар һәм төбәк-ара бәйләнештәр министры урынбаҫары; 1997 й. — склад комплексы хеҙмәте нач., бер үк ваҡытта 2001 й. — “Башсельхозтехника” ДУАХП‑ның ген. дир. урынбаҫары. 2003 й. алып БДАУ-ҙа: декан урынбаҫары, 2004 й. башлап аҙыҡ‑түлек технологиялары ф-ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре экологик хәүефһеҙлек, хеҙмәтте һаҡлау һ.б. мәсьәләләргә арналған. Ғ. эске яныулы двигателдәрҙә картер газдарын таҙартыу ысулын камиллаштырған. 290‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Экономия, экология и безопасность при работе с нефтепродуктами. М., 2006 (авторҙ.); Технология использования семей пчёл для опыления цветков огурца в защищённом грунте. М., 2008 (авторҙ.); Безопасность жизнедеятельности. Уфа, 2013.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика