ВАСИЛЬЕВ Александр Харитонович [ысын исеме Вәлишин Әһлиулла Хисмәт улы; 17.4.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Мәтәүбаш а. (БР-ҙың Бәләбәй р‑ны) — 5.5.1961, шунда уҡ], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. тиклем “Уралмаш” з‑дында (Свердловск ҡ.) эшләй. 1943 й. алып 1‑се Украина фронтында 4‑се танк армияһы 10‑сы гвардия Урал ирекле танк корпусы 61‑се гвардия танк бригадаһының разведчиктар отделениеһы ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н В. 1944 й. 27 июлендә Украина ССР‑ы Ольшаница а. өсөн, 1945 й. 20 ғин. Бурзенин ҡ. (Польша) һәм 16—20 мартта Вольдорф, Лойер- Клей, Нойштадт, Пейзамер һәм Регенсдорф (Германия) торама пункттары янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн бүләкләнә. 1945 й. старшина В. демобилизациялана. 1946—61 йй. Бәләбәй р‑нында эшләй. Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 1‑се (1945 й. июне), 2‑се (ш. уҡ йылдың апр.) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында В. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика