ҒӘҘЕЛШИН Кәшфелғилем Фәйрүша улы [3.8.1918, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Әкәнәй а. (БР-ҙың Дүртөйлө р-ны)], режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1973). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1951). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр художество уч‑щеһын (1938; Х.Бохарский курсы), А.Н.Островский ис. Ленинград театр ин‑тын (1958; Л.С. Вивьен курсы) тамамлаған. 1938— 39 йй. Ҡыйғы колхоз-совхоз театры режиссёры. 1946—53 йй. Башҡ. театр- художество уч‑щеһы уҡытыусыһы. 1958—59 йй., 1962—66 йй. БАДТ режиссёры. 1959 й. — БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑ты, 1960 й. башлап ТАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑тының баш режиссёры. 1963 й. алып Башҡ. ҡурсаҡ театры режиссёры, 1966—68 йй. дир., 1970— 77 йй. баш режиссёры, бер үк ваҡытта 1963—74 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһының театр бүлеге мөдире. Ғ. режиссёр эштәре сәхнә әҫәрҙәренең киҫкен хәрәкәтле һәм аныҡ булыуы м‑н айы айырылып тора. Ҡыйғы башҡорт халыҡ театрында һәм Башҡорт драма театрында ватан һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәре б‑са бер нисә спектакль сәхнәләштерә: И.Ә.Абдуллиндың “Ал яулыҡ” (дебют, 1939), Л.Н.Толстойҙың “Тере мәйет”, Э.Альттың “Һуҡыр” һ.б. әҫәрҙәре. Ҡурсаҡ театрында Ғ. башҡ. яҙыусылары әҫәрҙәренән репертуар формалаштырыуға булышлыҡ итә: Абдуллиндың “Гәрәбә күҙ”, К.М.Аҡбашевтың “Һыу урлау”, Ә.Һ.Бикчәнтәевтең “Өс итек таҙартыусы” (“Три чистильщика сапог”), Ф.Ә.Иҫәнғоловтың “Тылсымлы ҡойроҡло тейен” (“Белка — волшебный хвост”) һ.б. Яҡынса 20, ш. иҫ. А.Гайдарҙың “Хәрби сер, Кибальчиш малай һәм уның ныҡлы һүҙе тураһында әкиәт” (“Сказка о военной тайне, о Мальчише‑Кибальчише и его твёрдом слове”) әҫәре б‑са В.Лебедев һәм А.Кирилловскийҙың “Кибальчиш малай” (“Мальчиш‑Кибальчиш”), И.П.Токмакованың “Батыр йөрәкле Манук” (“Манук — отважное сердце”), Ә.С.Фәтҡуллиндың “Бөркөт балаһы осорға өйрәнә” (“Орлёнок учится летать”) постановкалары балалар психологияһын яҡшы белеү, хис‑тойғолар йоғонтоһоноң тәрәнлеге м-н айырыла. Уҡыусылары араһында Ф.А.Бәкеров, Н.М.Бәкерова, Р.Ф.Әминев, Ғ.Әмирханова һ.б.

М.С.Фәттәхетдинова

   Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика