ВАСЕВ Григорий Тимофеевич (24.12. 1922, БАССР Тамъян-Ҡатай кантоны Яңы Һамар а., хәҙ. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Һамар а., — 31.12.2004, Ейск ҡ.), лётчик, полковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов ис. 1-се Чкалов хәрби-авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған (1943). 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. июленән 1‑се, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 17‑се һауа армияһы 10‑сы гвардия штурмлау авиация див. 165‑се гвардия штурмлау авиация полкы звено ком. гвардия өлкән лейт. В. 143 хәрби осошта (1945 й. мартына ҡарата) күрһәткән батырлыҡтары өсөн лайыҡ була. Запасҡа (1946) сыҡҡандан һуң Магнитогорск ҡ. комсомол эшендә. 1950—69 йй. СССР КГБ хеҙм‑ре. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944 й. марты һәм сент.), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1945, 1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Ғ.Булатов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика