ҒӘБИТОВ Риф Фәтих улы (5.12.1952, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Аҙналы а.), бейеүсе, балетмейстер. Ф.Ғ.Ғәбитовтың улы. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы. БДУ‑ны тамамлаған (1978). 1974—95 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 2000 й. алып художество етәксеһе, 2003 й. — бейеүҙәр ҡуйыусы балетмейстеры, 2004 й. — Стәрлетамаҡ филармонияһының баш балетмейстеры. Ансамблдең иң маһир бейеүселәренең береһе булған Ғ. сәхнәлә “Көтөүсе йыры”, “Еҙ үксә” (икеһен дә үҙе һалған), “Өс туған” һ.б. бейеүҙәрендә башҡ. егетенең батырлыҡ һәм ғәйрәтлелек, йәштәрсә дәрт һәм саялыҡ, олпатлылыҡ һәм үҙ дәрәжәһен белеү кеүек һыҙаттарын сағылдыра. 80‑се йй. уртаһынан балетмейстер эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнә, унда Ф.Ә.Ғәскәров нигеҙ һалған башҡ. сәхнә бейеүе традицияларын дауам итә. Ғ. постановкалары бейеүгә ҡатмарлы элементтар индереү, сағыу милли колорит м‑н айырыла. Ф.Ғәскәров ис. халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Сибай филармонияһы, Стәрлетамаҡ филармонияһы һәм Нефтекама филармонияһының бейеү ансамблдәре, респ. башҡа үҙешмәкәр сәнғәт бейеү коллективтары өсөн 30‑ҙан ашыу хореографик әҫәр ижад итә: “Башҡорт йөрәге”, “Дала ҡыҙы”, “Бөркөтостан”, “Саптар”, “Кәркәүәк”, “Әтәс, тауыҡ һәм төйлөгән” һ.б. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1995).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика