ВАРФОЛОМЕЕВ Василий Михайлович [1.1.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Карповка а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 11.9.1988, Нижнекамск ҡ.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. июленән Воронеж, Ялан һәм 2‑се Украина фронттарында 6‑сы армия 219‑сы уҡсылар див. 70‑се уҡсылар полкы танкыға ҡаршы ҡорал расчётында, 1943 й. мартынан 7‑се гвардия армияһы 3‑сө танкыға ҡаршы ҡорал батальонында хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н В. 1944 й. 10—20 ғин. Украина ССР‑ы Тарасовка ҡасабаһы, июлдә Пашкани ҡ. (Румыния) янында, нояб. Сольнок, Ясберень ҡҡ. (Венгрия) өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1947) СССР‑ҙың ЭЭМ органдарында хеҙмәт итә, 1954 й. алып “Татэнергострой” тресында (Нижнекамск) эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1‑се (1945), 2‑се (1944 й. июле) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың февр.) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Е р о ш и н А. Не ради славы. М., 1969. 

Г.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика