ВӘЛИЕВ Рәфғәт Әхтәм улы [18.2. 1911, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Йыланлы а. (БР- ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 18.7.1993, Мәскәү], инженер-механик. Техник ф. канд. (1962). Ген.‑майор‑инженер. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны (1936), Ф.Э. Дзержинский ис. Артиллерия акад. тамамлаған (Мәскәү, 1951). 1936 й. алып Монгол Халыҡ Респ. (Улан‑Батор) СССР илселеге эргәһендә эшләй, 1939 й. Артиллерия акад. уҡыта. 1939 й. алып Совет Армияһында. 1951 й. башлап зенит‑ракета комплекстары полигонының инженер-һынаусыһы, 1956 й. — СССР Оборона министрлығы ҒТИ‑лары, СССР Ҡораллы Көстәре Ген. Штабы, 1973— 86 йй. Радио төҙөү ҒТИ (бөтәһе лә — Мәскәү) хеҙм‑ре. Һауа һөжүменән һаҡланыу стратегик системаһын, Ерҙең яһалма юлдаштарын, баллистик ракеталар уйлап табыусыларҙың бе‑ реһе. 1976 й. алып отставкала. Ленин пр. лауреаты (1965). Ҡыҙыл Байраҡ (1944), Александр Невский (1945), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1956, ?) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Ғ.Булатов, Ғ.Р.Мөхәмәтдинов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика