ВОРОТНИКОВА Людмила Петровна (23.6.1956, Воронеж өлк. Ҡыҙыл Лиман а.), актриса. РФ‑тың атҡ. артисы (1997). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Воронеж сәнғәт ин‑тын тамамлағандан һуң (1977; А.К.Дундуков курсы) Урыҫ драма театры (Нальчик), 1996—99 йй. Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры актрисаһы, бер үк ваҡытта Башҡ‑н респ. мәҙәниәт техникумында уҡыта (Стәрлетамаҡ ҡ.), 1999 й. алып БР‑ҙың Милли Йәштәр театры актрисаһы. Сағыу сәхнә темпераментына эйә. В. ижады көслө хислелеге, тәьҫирлелеге, психологик тәрәнлеге м‑н айырылып тора. 150‑нән ашыу роль башҡара, ш. иҫ. Урыҫ драма театрында — Татьяна (“Емерелеү” — “Разлом”, Б.А.Лавренёв; дебют, 1977), Акулина (“Ҡараңғылыҡ хөкөмө” — “Власть тьмы”, Л.Н.Толстой), Она (“Кеше тауышы” — “Человеческий голос”, Ж.Кокто); Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрында — Маша (“Апалы‑һеңлеле өсәү” — “Три сестры”, А.П.Чехов), Марина Влади (“Серле ете ҡыл” — “Семь заветных струн”, А.Л.Бовен), Мария Лукьяновна (“Үҙ- үҙенә ҡул һалыусы” — “Самоубийца”, Н.Р.Эрдман); Милли Йәштәр театрында — Маша Земцова (“Аяуһыҙ уйындар” — “Жестокие игры”, А.Н.Арбузов), Людмила Ивановна (“Убыр ғаиләһе” — “Семья вурдалака”, В.В.Сигарев), миссис Бейкер (“Был ирекле күбәләктәр” — “Эти свободные бабочки”, Л.Герш), Каталина (“Тиль”, Ш.Де Костерҙың “Уленшпигель тураһында риүәйәт” — “Легенда об Уленшпигеле” б‑са Г.И.Горин инсценировкаһы), Марфа Игнатьевна Кабанова (“Йәшен” — “Гроза”, А.Н.Островский), Паша Большая (“Ҡыш булмаясаҡ” — “Зимы не будет”, В.И.Ольшанский) һ.б. Аграр университеттың Йәштәр һарайы эргәһендәге “Көмөш битлек” (“Серебряная маска”) студенттар театрын ойоштороусы.

Э.Р.Серебрякова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

 

 

Яндекс.Метрика