ВОЛКОВКРИВУША Сергей Викторович (14.6.1897, С.‑Петербург — 21.10.1976, Өфө), театр эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1964). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1937). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. ГИТИС‑ты тамамлаған (1938; Е.В.Варваци һәм В.Г.Сахновский курсы). 1920‑се йй. башынан Ҡыҙыл Армия эстрада бригадалары етәксеһе (Хабаровск ҡ.); 1927 й. алып Башҡ‑н профсоюздары советы эргәһендәге төрлө ижади коллективтарҙың художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1938—41 йй. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһында уҡыта, 1945—57 йй. Башҡ. респ. халыҡ ижады йорто хеҙм‑ре (бөтәһе лә — Өфө). Республиканың байтаҡ ижади коллективтарын, ш. иҫ. “Синяя блуза”, “Шестерёнка” (икеһе лә — Өфө), Урыҫ драма театрын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. 15‑тән ашыу пьеса: “Мәкерһеҙ мөхәббәт” (“Любовь без коварства”), “Йөрәктә уның исеме менән” (“С его именем в сердце”) һ.б.; театр ғилеме, театраль тәнҡит б‑са бик күп мәҡәләләр (ҡара: Театр ғилеме) авторы. Ҡурсаҡ театрында башҡ. халыҡ әкиәттәре б‑са уның “Алтын роза” (“Золотая роза”), “Хәүефле юл саты” (“Опасный перекрёсток”), “Ямбо‑Конго”, “Әминбәк” (“Аминбек”) һ.б. пьесалары сәхнәләштерелә.

Х е ҙ м.: Русский театр драмы в Уфе: ист. очерк. Уфа, 1959.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика