ГОССОРТКОМИССИЯ”, Рәсәй Федерацияһының Селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау буйынса дәүләт комиссияһы, федераль дәүләт учреждениеһы. Башҡортостан Республикаһы б‑са инспектура — “Г.” филиалы 1937 й. Өфөлә Иген, май биреүсе культураларҙың һәм үләндәрҙең сортын һынау б‑са дәүләт комиссияһының БАССР б‑са инспектураһы булараҡ ойошторола, 1953 й. алып А.х. культураларының сорттарын һынау б‑са дәүләт комиссияһының БАССР б‑са инспектураһы, 1989 й. — Бөтә Рәсәй а.х. культураларының сорттарын һынау б‑са дәүләт комиссияһының БАССР б‑са инспектураһы, 1994 й. — РФ-тың Селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау б‑са дәүләт комиссияһының БР б‑са инспектураһы, 2001 й. — “БР б‑са селекция ҡаҙаныштарын дәүләт һынауы һәм һаҡлауы б‑са инспектура” федераль дәүләт учреждениеһы, 2002 й. алып хәҙ. исем һәм статусын йөрөтә. А.х. культураларының сорттарына, гибридтарына, линияларына дәүләт һынауын үткәреүҙе һәм ш. уҡ юғары репродукциялы сортлы орлоҡтар етештереүҙе һәм һатыуҙы тормошҡа ашыра. Инспектура составында БР‑ҙың бөтә ауыл хужалығы зоналарында урынлашҡан 12 дәүләт сорт һынау участкаһы. 2009 й. 35 кеше эшләгән; 54 культураның 721 сортына һынау үткәрелгән; 1860 т орлоҡ етештерелгән: иген культуралары һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары — 1479 т, бер һәм күп йыллыҡ үләндәр — 21 т. 2001—09 йй. инспектура тәҡдиме б‑са яҙғы бойҙайҙың — Башкирская 27, Башкирская 28, Боевчанка, Геракл, Марина, Новосибирская 15, Омская 35, Омская 36, Салават Юлаев, Тулайковская 10, Тулайковская золотистая; арпаның — Белогородский 100, Омский голозёрный 1, Т 12; һолоноң — Конкур, Стригунок; ҡарабойҙайҙың — Башкирская красностебельная, Инзерская, Илишевская; борсаҡтың — Агроинтел, Аксайский усатый 55; көнбағыштың — Иртыш, Сибирский 97; яҙғы рапстың — Викинг, Таврион, Русич, Юбилейный; шәкәр сөгөлдөрөнөң — Односеменная 99, Рамонская односеменная 99, ХМ 1820, ЛБМС 4; картуфтың — Аспия, Лидер; аҡ күсәнле кәбеҫтәнең — Фаворит; патиссондың — Чебурашка; томаттың Земляк, Снеговик сорттары Селекция ҡаҙаныштары дәүләт реестрына һәм БР б‑са ҡулланылышҡа индерелгән. РФ‑тың селекция-орлоҡсолоҡ пр‑тиелары һәм АҠШ, Германия, Голландия, Франция, Швейцария һ.б. фирмалары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Аграр университет, Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институты, Ауыл хужалығы институты һ.б. м‑н берлектә тикшеренеүҙәр үткәрә. “Г.” м‑н Д.Б.Гәрәев, А.Л.Золотов, М.Х.Ҡыҙрасов, Р.К.Кадиков, А.И.Кукаев, И.П.Леонтьевтың эшмәкәрлеге бәйле.

И.П.Леонтьев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика