“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ(“В ночь лунного затмения”), М.Кәримдең ш. уҡ исемле трагедияһы б‑са С.Ә.Низаметдиновтың 3 шаршауҙан торған операһы. 1996 й. яҙылған. Премьераһы ш. уҡ йылда БДОБТ‑ла уҙа (Я.А.Козловскийҙың шиғри тәржемәһе нигеҙендә Низаметдинов һәм Р.М.Ғәлиев либреттоһы, муз. етәкс. һәм дирижёры В.М.Платонов, реж. Ғәлиев, ҡуйыусы рәссамы К.Чарыев, хормейстеры Э.Х.Ғәйфуллина, балетм. А.Х.Зөбәйҙуллин). Төп партияларҙа: Т.А.Каминская (Тәңкәбикә), И.Ю.Романова (Шәфәҡ), С.И.Власов (Аҡйегет), Г.Ю.Бутолина (Зөбәржәт), Ф.З.Сәлихов (Диуана), Р.Ә.Бәшәров (Дәрүиш). Операның үҙенсәлекле һәм хис-тойғоларға бай муз. теле башҡ. мелосы интонацияларын, классик опера сәнғәтенең традицион формаларын һәм 20 б. композиция техникаһын тәбиғи берләштерә.

С.М.Платонова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.