ВОКАЛЬ МУЗЫКА, йырлау өсөн тәғәйенләнгән музыка. В.м. әҫәрҙәре башҡарыусылар составы б‑са [яңғыҙ, ансамбль, хор м‑н (ҡара: Хор музыкаһы)], муз. ҡоралдарына ҡушылып йәки уларһыҙ (а cappellа) башҡарыуға ҡарап, муз. ҡоролошо б‑са (бер йәки күп тауышлы, гомофон‑гармоник йәки полифоник) айырыла. Тауыштың өҫтөнлөк итеүе, уның шиғри текст һәм драматик күренеш м‑н тығыҙ бәйләнеше В.м. үҙенсәлеге булып тора. Башҡ. халыҡ музыкаһында В.м. жанрҙары: бәйет, ҡобайыр, мөнәжәт, сеңләү, таҡмаҡ, оҙон көй, һалмаҡ көй, ҡыҫҡа көй һ.б. Уларға тематика, мелодика һәм формалар төрлөлөгө хас, ғәҙәттә ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, гармунға ҡушылып башҡарыла. Башҡортостан комп. ижадында В.м. жанрҙары башлыса халыҡ йырҙары эшкәртмәләренән, йырҙарҙан, романстарҙан, вокаль циклдарҙан, балладаларҙан тора. Башҡ. халыҡ көйҙәрен тәүгеләрҙән булып урыҫ комп. А.А.Алябьев, А.Т.Гречанинов, С.Г.Рыбаков һ.б. үҙ әҫәрҙәрендә файҙалана. Халыҡ музыка сәнғәте традицияларына таянған профессиональ В.м. Октябрь революцияһынан һуң барлыҡҡа килә. 20 б. 20—30‑сы йй. йыр репертуарының барлыҡҡа килеүе комп. М.М.Вәлиев, С.Ғәбәши, Х.К.Ибраһимов, К.Й.Рәхимов, Ғ.С.Әлмөхәмәтов эшмәкәрлеге м‑н бәйле. Төп жанр булып марш ритмдарына һәм интонацияларына, ш. уҡ һалмаҡ һәм ҡыҫҡа көйҙәрҙең стиль үҙенсәлектәренә яҡын мелодикаға нигеҙләнгән күмәк йыр тора. Уларҙа хеҙмәт, мөхәббәт‑лирика тематикаһы өҫтөнлөк итә. Башҡ. В.м. артабанғы үҫеше Х.Ш.Заимов, З.Ғ. Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, Р.Ә.Мортазин, Н.Ғ. Сабитов, Р.В.Сәлмәнов, Х.Ф.Әхмәтов ижады м‑н бәйле. Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы йырҙарҙа алғы планға героик‑патриотик тема сыға. Һуғыш батырҙарына арналған йыр‑балладалар һәм йыр‑портреттар айырым урын биләй, бер үк ваҡытта халыҡ йырҙарын эшкәртеү жанры ла үҫешә. Уларҙа халыҡ моңо тәбиғәтен һиҙеү тойола: Вәлиев эшкәртеүендә “Ирәндек”, Рәхимов эшкәртеүендә “Зөлхизә” һәм “Һандуғас”. Әхмәтов (“Алты егет”, “Буранбай”, “Урал”, “Шәүрә”), Исмәғилев (“Ғайса ахун”, “Наза”, “Сәлимәкәй”, “Таштуғай”), Мортазин (“Ашҡаҙар”, “Бейеш”, “Ғилмияза”, “Любизар”), Сабитов (“Абд рахман кантон”, “Мал”), Сәлмәнов (“Шафиҡ”) эшкәртмәләрендә көйҙөң аныҡ билдәләнеүе аһәңле гармонизация, фп. фактураһы типтарының һәм муз. үҫеш алымдарының төрлөлөгө м‑н тәбиғи берләшә. 50—60‑сы йй. В.м. тематикаһы һәм йөкмәткеһе тағы ла киңәйә, халыҡтарҙың тыныслыҡ өсөн көрәше т‑да йырҙар барлыҡҡа килә: Әхмәтовтың Ғ.Әмири һүҙҙәренә “Йәшәһен тыныслыҡ”, Исмәғилевтең А.Игебаев һүҙҙәренә “Бик тә кәрәк тыныслыҡ”, С.Ҡудаш һүҙҙәренә “Тыныслыҡ йыры”; Мәскәү т‑да: Сабитовтың Ғ.Й.Рамаҙанов һүҙҙәренә “Мәскәүгә сәләм”, Әхмәтовтың В.Филов һүҙҙәренә “Кремль куранттары”; хеҙмәт т‑да: Заимовтың Ҡ.Даян һүҙҙәренә “Трактористка Гөлбәҙәр”, Сәлмәновтың Ш.Бикҡол һүҙҙәренә “Игенселәр йыры”, Ә.Ихсан һүҙҙәренә “Хеҙмәт йыры”. Башҡ. комп. ижадында В.м. әүҙем үҫеше башҡ. поэзияһының сәскә атыуы м‑н бәйле. Ш.Бабич, Ҡ.Даян, М.Кәрим, С.Ҡудаш, Я.Ҡолмой, Н.Нәжми һ.б. шиғырҙарына бик күп вокаль әҫ. ижад ителә. Лирик йырҙарҙың стилистик нигеҙен оҙон көй, һалмаҡ көй, урыҫ классик романс традициялары һәм хәҙ. камера- вокаль музыка тәшкил итә. Ошо уҡ осорҙа башҡ. классик романс барлыҡҡа килә, ул Исмәғилев, Мортазин, Сабитов, Әхмәтов ижадында урын ала. Фольклор традицияларында шаян йыр жанры ла үҫешә: Әхмәтовтың Ҡ.Даян һүҙҙәренә “Башҡорт ҡымыҙы”, Исмәғилевтең С.Ҡудаш һүҙҙәренә “Грузин сәйе”, Кәримовтың Ҡ.Даян һүҙҙәренә “Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал!” 60‑сы йй. уртаһынан башҡ. композиторҙары вокаль циклы жанрына мөрәжәғәт итә: Д.Д.Хәсәншиндең халыҡ һүҙҙәренә “Башҡорт халыҡ поэзияһынан”, Сабитовтың М.Кәрим һүҙҙәренә (Е.М.Николаевская тәржемәһе) “Күҙҙәреңә бағам” (“Гляжу в глаза”) циклдары. Уларҙа һуғыш тематикаһына яҙылған циклдарҙа сағылдырылған лирик‑эпик йүнәлеш билдәләнә: Әхмәтовтың башҡ. шағирҙары һүҙҙәренә 17 балладаһы, Хәсәншиндең халыҡ һүҙҙәренә “Һуғыш ауазы”; Тыуған илде данлаған циклдарҙа: А.Х.Ғабдрахмановтың Х.Ғиләжев һүҙҙәренә “Ер улы — Ил улы”, Исмәғилевтең М.Кәрим һүҙҙәренә “Тыуған ерем” циклдары. 70—80‑се йй. вокаль циклдарҙа лирик‑психологик образлылыҡты тәрәнәйтеү тенденцияһы һиҙелә: Әхмәтовтың башҡ. шағирҙары һүҙҙәренә “Мөхәббәт ул, әйтерһең дә, утлы йәшен”, Р.Х.СәхәүетдинованыңГ.Х.Зәйнәшева һүҙҙәренә “Йәшерен мөхәббәт”, А.М.ҠобағошовтыңҒ.Рәхим һүҙҙәренә “Лирик дәфтәр” циклдары. Урыҫ, сит ил һәм хәҙ. ватан шағирҙары һүҙҙәренә вокаль циклдар, А.С.Пушкин һүҙҙәренә “Пушкиниана”, С.А.Есенин һүҙҙәренә “Урыҫ лирикаһы” (“Русская лирика”) һәм “Фарсы мотивтары” (“Персидские мотивы”) вокаль циклдары; Әхмәтовтың М.Ю.Лермонтов һүҙҙәренә, С.Ә.НизаметдиновтыңА.А.Блок һүҙҙәренә романстары һәм Н.Г.Турбина һүҙҙәренә “Ҡаралама” (“Черновик”) вокаль циклдары; М.Х.ӘхмәтовтыңФ.Гарсия Лорка һүҙҙәренә, С.Г.Шаһиәхмәтованыңяпон шағирҙары һ.б. һүҙҙәренә “Һүрәтләмәләр” (“Зарисовки”) вокаль циклдары. Ғабдрахманов, А.Т.Кәримов, Р.Ғ.Ҡасимов, Ҡобағошов, Р.Н.Сабитов, Шаһиәхмәтова, Әхмәтов эшкәртеүендәге халыҡ йырҙарында гармонизацияланыуҙың яңы принциптары һәм фольклор моңона ҡарата ижади мөнәсәбәт асыла. Эстрада музыкаһыныңйыр жанрҙарын үҫтереүгә Б.М.Ғайсин, Р.Х.Ғәзизов, Н.Ә.Дауытов, Т.Ш.Кәримов, Сәхәүетдинова, Р.М.Хәсәнов һ.б. ҙур өлөш индерә. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн В.м. төрлө быуын комп. ижадында урын ала (ҡара: Балалар музыкаһы). Хәҙерге башҡ. В.м. өсөн хас тенденциялар араһында — образдар даирәһен киңәйтеү, стилдәр төрлөлөгө һәм романс жанрын башҡа жанрҙарға яҡынайтыу.

Әҙәб.: Д а в ы д о в а Э.М. Народно‑песенные истоки камерно‑вокальной лирики З.Исмагилова //Вопросы башкирской фольклористики. Уфа, 1978; К а р и м о в а С.Ю. Камерный вокальный цикл в творчестве башкирских композиторов. Уфа, 2010.

Г.С.Галина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика