ВАКУЛЬСКИЙ Александр Васильевич [28.8.1922, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ҡалтыман а. (БР‑ҙың Иглин р-ны) — 28.7.1990, Измаил ҡ.], лётчик, майор (1945). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тамбов осоусылар хәрби-авиация мәктәбен тамамлаған (1942). 1939—40 йй. Өфө моторҙар з-дында токарь булып эшләй. 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. июненән Калинин, 1-се Балтик буйы, 3-сө Белорус, Ленинград фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3-сө һауа армияһы 211-се штурмлау авиация див. 949‑сы штурмлау авиация полкы эскадрилья ком. капитан В. 95 хәрби осошта (1945 й. апр. ҡарата) күрһәткән батырлыҡтары өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) — Өфөлә, 1952—62 йй. Иркутск ҡ. граждандар авиацияһы лётчигы булып эшләй. Ленин (1945), 3 Ҡыҙыл Байраҡ (бөтәһе лә — 1944), 1-се (1944, 1985) һәм 2-се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы орд. м-н бүләкләнгән. Тыуған ауылында һәм Иглин а. уға бюстар ҡуйылған. В. иҫтәлегенә Измаилда йыл һайын Халыҡ-ара йәштәр футбол турниры үткәрелә.

Ғ.Ғ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика