ВОЙТОВИЧ Елена Константиновна (9.5.1900, С.‑Петербург — 10.4.1975, Өфө), балет артисы, балетмейстер. Петроград император театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1917) С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театрының балет артисы. 1937 й. алып Куйбышев опера һәм балет театрының балет солисы, бер үк ваҡытта педагог‑репетиторы; 1939 й. башлап БДОБТ солисы, 1945—60 йй. педагог‑балетмейстеры. В. башҡарыу сәнғәтенә пластик формалар нәфислеге, ныҡлы техника, ижад иткән образдарына күтәренке рух хас. Опера һәм балет театрында Сванильданы (“Коппелия”) бейей, опера спектаклдәрендә яңғыҙ бейеүҙәр, ш. уҡ С.В.Рахманинов, К.Сен‑Санс, П.И.Чайковский музыкаһына хореографик миниатюралар башҡара. БДОБТ‑ла Х.Ғ.Сафиуллин м‑н берлектә Чайковскийҙың “Аҡҡош күле” (“Лебединое озеро”, 1947), А.С.Ключарёвтың “Тау риүәйәте” (“Горная быль”, 1951) балеттарын, урыҫ балет мәктәбе традицияларында бер нисә хореографик миниатюра ҡуя. Р.Х.Нуриевтың тәүге педагогтарының береһе. Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайының балалар хореография коллективын ойоштороусы һәм 1939— 63 йй. етәксеһе.

М.А.Таһирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика