ВАҺАПОВ Сабир Әхмәтйән улы [10.5.1904, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Дыуан-Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 7.8.1992, Өфө], совет партия-дәүләт эшмәкәре. Сәнәғәт акад. Урал филиалын тамамлаған (Свердловск, 1936). 1924 й. алып Дыуан-Мәсетле улус (рәйес) һәм Мәсәғүт кантон башҡарма ком‑ттарында эшләй. 1930 й. башлап БАССР ҮБК Президиумы аппаратында; Эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттарының Мәсетле район советы башҡарма ком‑ты рәйесе. 1931 й. алып Егәҙе-Комаров геол. разведка базаһының дир. урынбаҫары, дир.; 1936 й. башлап Баймаҡ баҡыр иретеү з‑ды мастеры, цех нач., идарасыһы. 1939 й. алып ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты бүлеге мөдире. 1940 й. башлап БАССР ХКС‑ы рәйесе, 1946—53 йй. ВКП(б) Башҡ‑н өлкә ком‑тының 1‑се секретары. 1953—60 йй. “Башнефть” ПБ‑нда һәм Башҡ‑н ХХС‑ында эшләй. СССР ЮС‑ы Президиумының 3‑сө саҡырылыш ағзаһы, СССР, РСФСР һәм БАССР ЮС‑тарының 1—3‑сө саҡырылыш депутаты. Ленин (1943, 1944, 1948, 1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1972), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Дыуан-Мәсетлелә урамға В. исеме бирелгән һәм һәйкәл ҡуйылған, Өфөлә ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ тора.

Әҙәб.: Х а ж и е в Р.З. Кем һин, Сабир Ваһапов?: повестар, очерктар. Өфө, 2004. 

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика