ВИТРАЖ (фр. vitrage), быяланан йәки яҡтылыҡ үткәрә торған башҡа төр материалдан орнаментлы йәки сюжетлы декоратив композиция (тәҙрәлә, ишектә, үҙаллы панно рәүешендә, төрлө сәнғәт әйберҙәрендә). В. художество тәьҫире тәбиғи йәки яһалма яҡтылыҡ м‑н көсәйтелә. Төҫлө В. төҫтәрҙе үҙгәртеп торған һауа-яҡтылыҡ мөхитен барлыҡҡа килтерә, объектҡа һәм уның тирә-яғына үҙенсәлек бирә. Классик В. һүрәт б‑са ҡырҡылған быяла киҫәктәрен көмөш, еҙ, мельхиор йәки башҡа төрлө профиль м‑н беркетәләр һәм иретеп йәбештерәләр. Заманса В. эшләгәндә төрлө фактуралы төҫлө йәки төҫһөҙ быяла файҙаланыла; В. төрлө техникалары берләштереп ҡулланыла. Иретеп йәбештерелгән (классик, тиффани), йөйһөҙ (ҡом м‑н гравировкалау, утта сыныҡтырыу, быялаға биҙәк төшөрөү һ.б.), ҡойолған В. була. Техник йәһәттән лаклы һәм плёнкалы имитацияларҙы эшләүе еңелерәк. В. өлкәһендә тәүге эштәрҙең береһе — “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайын биҙәүҙә ҡулланылған урыҫ һәм башҡ. әкиәттәре темаһына имитация (тоноҡ быяла, лак өҫтөнән буяуҙар м‑н контурҙар яһау) 20 б. 60‑сы йй. башына ҡарай. 60— 80‑се йй. эшләнгән, респ. йәмәғәт биналарын, интерьерҙарын биҙәгән В. киң ҡоласлы, тантаналы, мөһабәт булыуҙары м‑н айырылып тора (ҡара: Монументаль сәнғәт). Классик техникала Ҡурсаҡ театрындағы “Тауис” (1976; С.М.Горюхин, Ю.С.Грушевский, П.П.Сабанцев), Башҡорт филармонияһындағы “Башҡортостан моңдары” (1984; М.М.Ғайсин, Г.А. Зәйнәғетдинов, Г.Ғ.Калитов), Спорт һарайындағы “Хоккей” (1990; Г.Л. Новиков һ.б.), “Россия” ресторанындағы орнаментлы һәм сюжетлы В. (В.В. Новиков), Милли Йәштәр театрындағы “Музалар” (В.С.Брохин; бөтәһе лә — 1993), “БЭТО” ААЙ бинаһындағы “Болан менән пейзаж” (1994, Р.А.Вәлиуллин; бөтәһе лә — Өфө), Стәрлетамаҡ р‑ны “Рощинский” с‑зы мәҙәниәт йортондағы “Мәҙәниәт” (1989; В.В.Новиков һ.б.) В.; ҡойоу техникаһында Балалар ижады һарайындағы (Ишембай ҡ.) “Ижад” В. (1980; Т.А.Андреева), БДМУ‑лағы (1985), Өфөләге “Искра” к/т тематик В. композициялары (1988; икеһе лә — Э.М.Сәйетов) һ.б. башҡарылған. 20 б. аҙ. алып рәссамдарҙың В. сәнғәте м‑н ҡыҙыҡһыныуы артыуы яңы техникалар барлыҡҡа килеүгә, шәхси заказдар күбәйеүгә бәйле. Классик иретеп йәбештерелгән В. иң популяр төр булып ҡалыу м‑н бергә йәмәғәт биналарын биҙәүҙә лә киң ҡулланыла башлай: орнаментлы В. (Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы ААЙ, 1996; Петриков); геральдик В. (“Лидо” рестораны, 2000; В.В.Новиков, Г.Л. Новиков); “Дала” (Башҡорт драма театры, 2001; В.В.Новиков һ.б.) һ.б. Орнаментлы В. композициялары Стәрлетамаҡ р‑ны “Рощинский” с‑зы (2001; Л.В.Новиков, Г.Н.Новикова), Күгәрсен р‑ны Тәүәкән а., Өфөлә “Ихлас” мәсеттәрен (икеһе лә — 2002; Г.Л.Новиков, Петриков) биҙәүҙә ҡулланыла. 

 Л.И.Ҡоҙаярова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика