ВИНОКУРОВ Евгений Александрович (15.12.1946, Өфө), рәссам. РФ‑тың (2014) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1982). 1969 й. алып Өфөнөң төрлө учреждениеларында һәм пр‑тиеларында рәссам булып эшләй, 1993—2003 йй. Өфө һынлы сәнғәт галереяһының дир. урынбаҫары. Реалистик рәсем сәнғәтенеңүҙенсәлекле вәкиле. Пейзаждарында ғәләмдең мәңгелеге, ваҡыт м‑н традициялар бәйләнеше, экология һәм замандың әхлаҡи проблемалары т‑да уйланыуҙар сағылыш таба. 70—80‑се йй. аҙ. эштәре сабыр төшөрөү манераһы, талғын ритм, аныҡ формалар м‑н айырылып тора; улар эпик һәм бер үк ваҡытта лирик характерҙа, авторҙың күңелендәге хистәрен асып һалыу интонациялары м‑н һуғарылған: “Алтын убалар” (1978), “Йәшел үләндәр ваҡыты” (1982), “Өфө. Ҡала ситендә яҙ” (1983). Кеше м‑н тәбиғәт араһында гармония юғалыу темаһы “Ника” (1982), “Урал гөлләмәһе” (1987), “Икона көпләмәһе” (1996) эштәрендә сағыла; 90‑сы йй. ижад иткән “Монастырь” (1992), “Волховтағы ҡурған” (1996) һ.б. әҫәрҙәре рәссамдың Рәсәй дәүләте тарихы һәм уның рухи сығанаҡтары т‑да уйланыуҙарын сағылдыра. Шулай уҡ станокта башҡарылған (баҫма һәм уникаль) графика өлкәһендә эшләй. В. ижадында биҙәү-ҡулланма сәнғәте (нәфис ағас сәнғәте, инсталляция) һәм монументаль сәнғәт (мозаика,сүкеп биҙәк баҫыу) әһәмиәтле урын биләй. “Инйәр” ижади төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе (1989; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре). 1974 й. башлап күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре (1981 й. алып, 15‑тән ашыу): Белорет, Бәләбәй, Магнитогорск, Мәскәү, Нефтекама, Орск, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ырымбур ҡалаларында. Эштәре БДХМ, Өфө һынлы сәнғәт галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Түбәнге Варта картиналар галереяһы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Бөтә Рәсәй үҙешмәкәр һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре лауреаты (1973, 1975, 1985; бөтәһе лә — Мәскәү).

Әҙәб.: Март — Инзер. Художники Башкирии: каталог. Уфа, 1990; Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 2‑й респ. выст. /авт.-сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2002.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика