ЕТМЕШ АЛТЫНСЫ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ, 1941 й. авг.—окт. Дәүләт оборона ком‑тының №459сс ҡарары б‑са БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Благовещен Заводы ҡасабаһында ойошторола. Див. составына 198‑се, 203‑сө, 208‑се кавалерия полктары, химик һаҡланыу эскадроны, мед.-санитария взводы һәм радиовзвод инә. Урал, нояб. алып Ярославль, дек. — Архангельск хәрби округтары, 1942 й. ғин. башлап Калинин фронтының 39‑сы армияһы ғәскәрҙәре составында була. Бөйөк Ватан һуғышы барышында 1942 й. февр.—апр. Ржев-Вязьма һөжүм итеү операцияһында ҡатнаша. Июлдә таратыла. Див. ком.: ген.‑майор Я.С.Шарабурко (1941 й. сент. алып), майор А.Г.Аллахвердян (1942 й. апр.—июле).

Әҙәб.: Бикмеев М.А. Дивизии Башкортостана на фронтах Великой Отечественной войны. Уфа, 2005.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика