ВИНОГРАДОВ Василий Иванович (7.1.1874, Ҡазан губ. Алабуға ҡ. — 12.11. 1948, Ҡазан), комп., муз.- йәмәғәт эшмәкәре. ТАССР- ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1944). Мәскәү ун-тын тамамлағандан һуң (1899) 1920 й. тиклем Өфө, Златоуст, Вятка, Уржум ҡҡ. юрист булып эшләй. 1921—30 йй. Татар сәнғәт техникумында уҡыта, Татар радиоһында һәм Татар акад. театрында оркестр дирижёры, ТАССР ХКС‑сы эргәһендәге Сәнғәт эштәре идаралығының фольклор кабинеты хеҙм‑ре (бөтәһе лә — Ҡазан). Бала сағы һәм йәшлеге Өфөлә үтә. Мәскәүҙә уҡыу м‑н бергә Мәскәү консерваторияһы проф. И.В.Гржималиҙа скрипка б‑са шөғөлләнә. Тәүге композиторлыҡ тәжрибәһенә Е.В.Иванова һүҙҙәренә Н.В.Гоголь иҫтәлегенә кантатаһын (1902) һәм Фортепьяно өсөн “Һабантуй” муз. картинаһын (1904) индерергә мөмкин. Башҡ. һәм татар халыҡ музыкаһына нигеҙләнгән тәүге симфоник әҫәрҙәре: симфоник оркестр өсөн “Татар сюитаһы” (“Татарская сюита”; 1921), башҡ. халыҡ йырҙары “Буранбай”, “Байыҡ” һ.б. көйҙәрен файҙаланып яҙған “Шихан” симфоник картинаһы (1923) һ.б. авторы. Ғ.С.Әлмөхәмәтов һәм С.Ғәбәши м-н берлектә “Сания” (Ф.Әмирхан либреттоһы, 1925) һәм “Эшсе” (М.Ғафури либреттоһы, 1930; икеһе лә — татар телендә) операларын ижад итә. Өфөлә ҡаланың муз. тормошонда әүҙем ҡатнаша: 1900 й. алып Йыр, музыка һәм драма сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәтенең вокал бүлеге, хор һәм оркестры м-н етәкселек итә, скрипкасы булараҡ сығыш яһай, башҡ., татар һәм мари халыҡ көйҙәрен яҙып ала.

Е.К.Карпова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика