“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ”, М.Кәримдең ш. уҡ исемле трагедияһы б‑са М.Х.Әхмәтовтың 2 шаршаулы балеты. 1978 й. яҙылған. Премьераһы 1982 й. БДОБТ‑ла уҙа (Э.В.Әхмәтова либреттоһы, балетм. Б.В.Танин, дирижёры Ғ.Х.Моталов, ҡуйыусы рәссамы Е.Ефим). Төп партияларҙа: Ф.М.Нафиҡова (Тәңкәбикә), Л.В.Шапкина (Шәфәҡ), Р.Г.Зарипов (Аҡйегет), Л.С.Ҡыуатова (Зөбәржәт), Х.З.Мөхәмәтшин (Диуана), Ш.Ә.Тереғолов (Дәрүиш). Спектаклдең пластик хәл ителеше классиканан модернға тиклемге төрлө хореографик йүнәлештәрҙе тәбиғи берләштерә. Балеттың музыкаһына башҡ. фольклоры элементтары һәм хәҙ. художестволы тасуирлау саралары синтезы хас.

Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Р.Ҡунафина

 

Текст на русском языке