ВИЛДАНОВ Айрат Ғилфан улы (30.11.1948, БАССР-ҙың Дүртөйлө р-ны Мәмәдәл а.), цирк артисы, дрессировщик. РФ-тың (1993) һәм БАССР- ҙың (1977) атҡ. артисы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) — Башҡ. цирк коллективында, 1990 й. алып Рәсәй дәүләт цирк компанияһының (Мәскәү) төрлө программаларында эшләй, 2009 й. — Вернадский проспектындағы Ҙур Мәскәү циркы артисы. “Батуттарҙағы акробаттар”, “Батутта вольтиж”, “Маймылдар менән вольтиж”, “Һабантуй”, “Санже” һ.б. номерҙарҙы ижад итеүсе, уларҙың етәксеһе һәм ҡатнашыусыһы. Рәсәй һәм донъяның 18 иле буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Союз цирк сәнғәте конкурсы (Мәскәү, 1988), “Циркъ” милли пр. (С.-Петербург, 2004) лауреаты.

 Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика