ГОРБАТКОВ Станислав Анатольевич (27.7.1937, Украина ССР‑ы Артемьевск ҡ.), инженер-электромеханик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2009). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Томск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) шунда уҡ уҡыта. 1968—99 йй. ӨДАТУ‑ла (1991—93 йй. “Вихрь” ғилми конструкторлыҡ-технологик бюроһында проекттың баш конструкторы), 1999 й. алып РФ Хөкүмәте эргәһендәге Финанс ун‑тының Өфө филиалында (2000—09 йй. математика һәм информатика каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре идара итеүҙең интеллектуаль системалары м‑н бәйле. Г. ҡатмарлы техник (индукцион йылытыу, плазма һәм электролит ярҙамында эшкәртеү ҡулайламалары һ.б.) һәм социаль-иҡтисади системалар м‑н оптималь идара итеү алымдарын тәҡдим итә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре машиналар эшләү пр‑тиеларында һәм һалым йыйыу органдарында индерелә. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Оптимальное терминальное управление системами с распределёнными параметрами при неполном измерении их состояния. Уфа, 1997 (авторҙ.); Модернизация системы налогового контроля на основе нейросетевых информационных технологий. М., 2001 (авторҙ.); Теоретические основы разработки технологии налогового контроля и управления. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Р.А.Бәҙәмшин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика