ЕТМЕШ ДҮРТЕНСЕ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ, 1941 й. авг.—окт. Дәүләт оборона ком‑тының №459сс ҡарары б‑са БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Благовар а. ойошторола. Див. составына 197‑се, 202‑се, 207‑се кав. полктары һәм химик һаҡланыу эскадроны инә. Урал, нояб. алып — Волга буйы хәрби округтары, дек. башлап Волхов фронтының 2‑се удар армияһы ғәскәрҙәре составында була. 1942 й. апр. таратыла. Ком.: полк. Д.А.Анохин (1941 й. сент. алып), подполк. М.А.Крюков (1942 й. март—апр.).

Әҙәб.: Бикмеев М.А. Дивизии Башкортостана на фронтах Великой Отечественной войны. Уфа, 2005.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика