“ВИКТОРИЯ”, Ҡала мәҙәниәт үҙәгенең (Нефтекама ҡ.) заманса эстрада- спорт бейеүе ансамбле. 1990 й. ойошторола, 1995 й. “өлгөлө” исеме бирелә. Ансамбль составында 6—17 йәшлек 200‑ҙән ашыу ҡатнашыусы. Репертуарында румба, самба, ча-ча-ча, “Алтын Урҙа” (“Золотая Орда”), “Кескәй һыбайлылар” (“Маленькие наездники”), “Русь”, “Скоморошина” жанр бейеүҙәре, “Кәйеф” (“Настроение”), “Пираттар” (“Пираты”), “Ҡояшлы” (“Солнечный”), “Ыҙғыш алмаһы” (“Яблоко раздора”) һ.б. сюжетлы композициялар. Рәсәй, Греция, Польша буйлап гастролдәрҙә була. “Иртәнге йондоҙ” (“Утренняя звезда”) телевизион конкурсы (Мәскәү, 1995, 1999), “Алтын балыҡ” (“Золотая рыбка”) халыҡ-ара балалар ижады фестивале (Тольятти ҡ., 2002), “Елдәр розаһы” (“Роза ветров”) бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады (Стәрлетамаҡ ҡ., 1996; Ағиҙел ҡ., 2005), “Һаумы, Тыныслыҡ!” (“Здравствуй, Мир!”) балалар хореография коллективтары (Стәрлетамаҡ ҡ., 1999; Ҡазан, 2004) фестивалдәре, “Халыҡ ижады — Рәсәй профсоюздарының 100 йыллығына” (“Народное творчество — 100‑летию профсоюзов России”) фестивале (Өфө, 2005), “Яҙғы ҡыланыуҙар” (“Весенние выкрутасы”) Рәсәй балалар хореография коллективтары конкурс- фестивале (Ҡазан, 2003), “Үҙгәрештәр еле” (“Ветер перемен”) төбәк- ара заманса һәм эстрада хореографияһы (Өфө, 2006, 2009), “Оло Уралдың ваҡыт ритмдары” (“Ритмы времени Большого Урала”) балалар бал һәм эстрада бейеүҙәре (2001, Гран-при; 2004, 2008, 2011; бөтәһе лә — Нефтекама) фестивалдәре, “Йәш һаҡлаусылар” (“Юные хранители”) төбәк балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурсы (Ағиҙел, 2005) һ.б. лауреаты. Ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе — РФ‑тың һәм БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.Е.Мухин. Бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылар: Е.Г.Кузьмина, Р.М. Саттаров, З.Ә.Шәрипова.

С.Д.Фазылова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика