ВЕСЕЛОВ Александр Владимирович (4.2.1948, Ленинград), график. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2009). Рәссамдар союзы ағзаһы (1977). И.Е.Репин ис. Һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлаған (Ленинград, 1972; педагогы М.А.Таранов). 1974 й. алып Башҡ‑н ижади производство комб‑ты рәссамы, 1987 й. башлап С.‑Петербургта йәшәй һәм эшләй. В. ижадының төп йүнәлеше — китап графикаһы. В.И.Әхмәҙиевтең “Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ!” (1979), В.П.Бирюковтың “Әкиәттәр һәм мәҫәлдәр” (“Сказки и басни”; 1983) һ.б. балалар китаптарына образдарҙың сағыулығы һәм төҫтәрҙең уңышлы ярашыуы м‑н айырылып торған иллюстрациялар авторы. В. айырыуса күренекле эштәре — А.С.Пушкиндың “Капитан ҡыҙы” (“Капитанская дочка”; 1972; ксилография), Д.Юлтыйҙың “Бәләкәй Ҡотош” (1975; ҡағыҙ, тушь, ҡауырһын), М.Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” (1979; ҡағыҙ, тушь, анилин) китаптары биҙәлеше. Шулай уҡ станокта башҡарылған графика, театр плакаты һәм дизайн өлкәһендә эшләй. 1972 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ-да һаҡлана. Бөтә Рәсәй китап сәнғәте конкурстары лауреаты (Мәскәү; 1980, 1982).

Әҙәб.: А х м а д у л л и н М.Л. Художественное оформление детской книги //Время. Общество. Библиотека. Уфа, 1996.

М.Л.Әхмәҙуллин

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Илл.: А.В.Веселов. М.Кәримдең Ташлама утты, Прометей!” китабы тышы. Ҡағыҙ, тушь, анилин. 1979

Яндекс.Метрика