ГОЛОВАНОВА Инесса Владимировна (14.7.1950, Өфө), геофизик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2003). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) 1978 й. тиклем һәм 1996 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй. 1980 й. алып Геология ин‑тында: 1992 й. алып — өлкән, 2004 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2006 й. — лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1996 й. алып ОДНТУ-ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге йылылыҡ ағымдарының таралыу һәм  аномалия тәбиғәте законлыҡтарын (ҡара: Геотермия), ш. уҡ Көньяҡ Уралда һәм сиктәш терр‑яларҙа тау тоҡомдарының палеомагнетизмын өйрәнеүгә бәйле. Г. етәкс. Уралдың йылылыҡ ағымдары картаһы төҙөлә, геотермик мәғлүмәттәр б‑са Уралдың вюрма-голоцен палеоклиматы үҙгәреүҙәренә реконструкция үткәрелә. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Тепловое поле Южного Урала. М., 2005

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.