ВӘЛИӘХМӘТОВ Фән Ғәвис улы (18.1.1951, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Хафиз а.), йырсы. БР‑ҙың (2011) һәм ТР‑ҙың (2007) халыҡ, БАССР‑ҙың (1989) һәм ТР‑ҙың (1994) атҡ. артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1979; Д.Ә.Мусин класы). 1970 й. алып Туймазы ҡ. мәҙәниәт һарайы, 1973—74 йй. Бүздәк район мәҙәниәт йорто, 1979 й. башлап Башҡ. филармонияһы, 1995—2005 йй. “Энергетик” мәҙәниәт һарайының (Яр Саллы ҡ.) “Болғар” ансамбле солисы. Көслө үҙенсәлекле тауышҡа эйә; башҡарыу сәнғәтендә халыҡсан йырлау традицияларын һаҡлай. Репертуарында Б.М.Ғайсин, М.М.Ғиләжев, Ф.Х.Ғәлимов, Н.Ә.Дауытов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Р.М.Хәсәнов һ.б. йырҙары; башҡ. (“Ғайса ахун”, “Порт-Артур”, “Ялсығол”), татар (“Герман көйө”, “Зөләйха”, “Шахта”) халыҡ йырҙары һ.б. ТАССР‑ҙа үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (Ҡазан, 1989), “Һабантуй” халыҡ байрамында (Аделаида ҡ., Австралия, 2006) ҡатнаша. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була.

 Э.Әәбиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика