ВЕГЕЛИН Александр Александрович (2.11.1946, Орск ҡ.), аккордеонсы, дирижёр. РФ‑тың (1997), БАССР‑ҙың (1981) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1973; Р.Ә. Ибәтуллин класы), Юғары профсоюз мәҙәниәт мәктәбен (Ленинград, 1981) тамамлаған. 1972 й. алып “УЗЭМИК” ААЙ‑ның Мәҙәниәт һәм техника һарайында эшләй: муз. түңәрәге етәксеһе, 1975 й. башлап аккордеонсы-баянсылар оркестры дирижёры, 1977 й. — дир. урынбаҫары, 1981 й. — директор. Химпрофсоюздың 80 йыллығына арналған Респ. халыҡ ижады фестивале (Өфө, 1997), Респ. тынлы һәм эстрада оркестрҙары фестивале, “Еңеү салюты” (“Салют Победы”) Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивале (икеһе лә — Өфө, 2005) һ.б. бәйгеләр лауреаты, “Биг-Бенд” эстрада оркестрының (1990, 1997 й. “халыҡ” исемен ала) ойоштороусыһы һәм дирижёры. 200‑ҙән ашыу респ. халыҡ ижады фестивалдәре режиссёры. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалдәре (Мәскәү, 1985, 1987; Өфө, 2005), БР Профсоюздар федерацияһы пр. (Өфө, 2005) лауреаты. 

Б.Ғ.Таһирова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика