ВӘХИТОВ Йәнғәли Арыҫлан улы (5.10.1932, БАССР‑ҙың Мәләүез р-ны Һыртлан а. — 3.10.2003, БР‑ҙың Бөрйән р-ны Иҫке Собханғол а.), бейеүсе. БАССР-ҙың атҡ. артисы (1957), БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995). 1951—60 йй. һәм 1964—67 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы һәм музыканты, 1960—64 йй. һәм 1967 й. алып Башҡ. филармонияһының эстрада артисы. 1972—2001 йй. респ. төрлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарында халыҡ бейеүҙәрен сәхнәгә ҡуйыусы. В. ҡуйған үҙенсәлекле һәм йола халыҡ бейеүҙәре романтизм м‑н һуғарылған булыуы, тасуирилыҡ һәм көслө эске экспрессия м-н айырылып тора. Уның башҡарыуындағы “Байыҡ” бейеүе нәзәкәтлелек, хәрәкәттәрҙең тотанаҡлығы һәм тыпырлау ритмының аныҡлығы м‑н айырыла. “Бүләк”, “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Һыу буйында”, “Шаян ҡыҙҙар”, ш. уҡ үҙе ҡуйған “Еҙ үксә”, “Ҡара тауыҡ”, “Ыласын” һ.б. бейеүҙәрендә артистың сағыу ижади йөҙө асыла. Халыҡ йырҙары һәм инструменталь көйҙәре, ш. иҫ. “Бейеш батыр” (ҡара: “Бейеш”), “Бөрйән ҡыҙы”, “Ҡоҙаса” йырҙары, темаһына 10‑дан ашыу бейеү авторы. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Вена, 1959) лауреаты. Бөрйән р-нында йыл һайын В. ис. бейеү байрамы үткәрелә (2010 й. алып).

Л.И.Нагаева

Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика