ВӘХИТОВ Фәйез Фәтих улы [4.8.1916, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Таҫҡаҡлы а. (БР‑ҙың Саҡмағош р-ны) – 15.7.2006, Мәскәү], актёр. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. А.Н.Островский ис. Ленинград театр ин-тын тамамлаған (1956). 1934—40 йй. Ауырғазы (ҡара: Салауат башҡорт драма театры) һәм Дүртөйлө колхоз-совхоз театрҙары актёры. 1946—61 йй. БАДТ актёры, бер үк ваҡытта 1956—61 йй. һәм 1965—68 йй. директоры. 1961—65 йй. һәм 1968—77 йй. БАССР МС‑ы эргәһендәге ТВ һәм радиотапшырыуҙар ком‑ты реж., баш режиссёры.

Ижади эшмәкәрлеге башында көслө характерлы ролдәр башҡара: Исмәғил (“Ғәлиәбаныу”), Ғәйфулла (“Ҡара йөҙҙәр”, М.Ғафуриҙың ш. уҡ ис. повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимов инсценировкаһы), Вафа (“Башмағым”) һ.б. Башҡорт драма театрында В. репертуарында башлыса драматик һәм героик ролдәр була: Ваһап (“Таңсулпан”, Ҡ.Даян), Сәфәров (“Ағиҙел ярында”, Р.Ниғмәти), Арыҫлан (“Вәғәҙә онотолмай”, И.Ә.Абдуллин). Башҡ‑н ТВ-нда театр һәм танылған актёрҙар т‑да тапшырыуҙар (ҡара: Театр ғилеме) авторы һәм алып барыусыһы булараҡ сығыш яһай. Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1946), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд.  м-н бүләкләнгән.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика