ВАРЛАМОВА Екатерина Николаевна (17.8.1928, Ленинград), бейеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1979), БАССР-ҙың атҡ. артисы (1963). 1947—51 йй. һәм 1955—70 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы, 1971— 91 йй. “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең (БДУ) художество етәксеһе, 1999—2008 йй. “Маска” балалар ижады театр үҙәге педагогы. В. башҡарыу оҫталығы мимика һәм ым-ишара тасуирилығы, виртуоз техникаһы м‑н айырылып тора. В. “Гопак” украин бейеүендәге, “Яңы кейем” (“Обновочка”) урыҫ бейеүендәге, “Һыбайлы ҡыҙ” башҡ. бейеүендәге, “Румын сиғандары бейеүе” хореографик миниатюраһындағы героиняларына күңел күтәренкелеге, оптимизм һәм ташып торған йәшәү дәрте хас. “Ғашиҡ төҙөүселәр” бейеү сюитаһында хәҙ. башҡ. ҡыҙының һоҡландырғыс образы һүрәтләнә. В. Көнсығыш халыҡтары бейеүҙәрен (вьетнам, корея, Фәләстан, һинд һ.б.) башҡарыуы юғары оҫталыҡ м-н айырылып тора.

Әҙәб.: Д о к у ч а е в а А.А. Созвездие талантов. Уфа, 2009. 

 

Л.И.Нагаева

Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика