ГӘРӘЕВ Дабир Батыр улы [10.12.1934, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Алпай а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 13.2.2006, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], агроном. А.х. ф. канд. (1967). БССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1992). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1959) Балтас дәүләт сорт һынау участкаһында агроном булып эшләй, 1960 й. алып Әбйәлил дәүләт сорт һынау участкаһы мөдире, 1966 й. — БАССР‑ҙың  А.х. культураларының сортын һынау б‑са дәүләт комиссияһы инспектураһы нач., 1980—2000 йй. БНИИСХ‑ла (1999 й. тиклем бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге сорттарҙы өйрәнеүгә, орлоҡсолоҡҡа һәм яҙғы бойҙайҙы, ужым арышын, һолоно һәм һыра ҡайнатыуҙа ҡулланыла торған арпаны БР шарттарында үҫтереүҙең орлоҡсолоҡ технологияларын өйрәнеүгә арналған. Г. иген культураларының сорттарын БР‑ҙың ауыл хужалығы зоналарында урынлаштырыуҙың оптималь структураһын эшләй. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1982). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

Хеҙм.: Опыт возделывания яровой пшеницы в Зауралье. Уфа, 1964; Сорт, семена, урожай. Уфа, 1981; Характеристика сортов сельскохозяйственных культур, включённых в Госреестр по Республике Башкортостан: пособие для агрономов. Уфа, 1997.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика