ВӘЛМӨХӘМӘТОВ Радик Сәфәрғәле улы (12.2.1966, БАССРҙың Әбйәлил рны Ташбулат а.), йырсы. БР- ҙың халыҡ (2011) һәм атҡ. (2003) артисы. Өфө сәнғәт учщеһын (1991; Ә.К.Мәсәлимова класы), ӨДСАны (2001; Р.М.Мусина класы) тамамлаған. 1991 й. алып “Таусы” мәҙәниәт йорто, 1998 й. — Башҡ. филармонияһының Нефтекама филиалы, 2003 й. — “Йәдкәр” фольклор ансамбле солисы һәм 2005 й. башлап “Ихлас” эстрада төркөмө етәксеһе. Киң диапазонлы, бай биҙәкле тауышлы йырсы; башҡарыу сәнғәте тәьҫирлелек һәм сағыу образлылыҡ мн айырылып тора. В. репертуарында Н.Ә.Дауытов, З.Ғ.Исмәғилев, С.Ә.Низаметдинов, Р.М.Хәсәнов, Х.Ф.Әхмәтов йырҙары; башҡ. (“Ильяс”, “Сәлимәкәй”, “Сибай”, “Урал”, “Эскадрон”), татар (“Сарман”, “Шахта”) халыҡ йырҙары һ.б. “Урал моңо” Респ. башҡ. йәштәре конкурсфестивале (1993), “Яҙғы моңдар” Респ. башҡ. йырҙарын башҡарыусылар (1995), “Туған тел” Респ. татар йырҙарын йәш башҡарыусылар конкурстары (2008; бөтәһе ләӨфө), “Дуҫлыҡ йыры” Халыҡара башҡ. һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале (Нефтекама ҡ., 1995), “Ирәндек моңдары” Төбәк башҡ. халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (Сибай ҡ., 1997) һ.б. лауреаты. Халыҡ-ара төрки телле халыҡтар фестивалендәҡатнаша (Ялова ҡ., Төркиә, 2004). Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була.

Л.Ҡ.Ишморатова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика