ВӘЛИУЛЛИН Ренат Абдулла улы (20.9.1947 й., БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Үрге Бишенде а.), рәссам. БР-ҙың атҡ. рәссамы (1997). Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). Рим А.Вәлиуллиндың ағаһы һәм Рифғәт А.Вәлиуллиндың ҡустыһы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; педагогтары Р.М.Нурмөхәмәтов, Н.Л.Пеганов) Башҡ‑н ижади етештереү комб‑ты рәссамы, 1993 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһының дир. урынбаҫары, 2002—09 йй. художество бүлеге мөдире, 2011 й. алып Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. В. монументаль сәнғәт өлкәһендә байтаҡ әҫәрҙәр ижад итә: Асҡын район мәҙәниәт йорто фасадындағы “Сәнғәт” мозаика панноһы (1989); Стәрлетамаҡ машиналар эшләү заводы интерьеры өсөн “Йәй”, “Ат сабыштары” (бөтәһе лә — 1992), “Кәйеф” (1993, иретеп йәбештерелгән витраж), “Рапсодия”, “Сәскәләр” (икеһе лә — 1995, рельеф) композициялары һ.б. Станокта башҡарылған рәсем сәнғәте һәм графика әҫәрҙәрендә автор, тирә‑яҡ донъяның мотив һәм образдарын үҙенең эмоциональ ҡабул итеүе аша үткәреп, реалистик йүнәлештән ситкә тайпыла. Уның “Арҡалын станцияһы” (1995), “Яңы фермерҙар” (1996, икеһе лә — ҡағыҙ, акв.), “Алтын балыҡ менән натюрморт” (1996, автолитография), “Әсә портреты” (1997), “Йәйләү” (1998) эштәренә юғарылыҡ, форма аныҡлығы, композицион ритм ҡәтғилеге, эске экспрессия һәм көсөргәнешлек, контраст колорит хас. “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995). 1978 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ, Кесе графика ассоциацияһы музейы (Медон ҡ., Франция), Халыҡ‑ара кесе графика үҙәге (Синт‑Никлас ҡ., Бельгия) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика