ВӘЛИТОВ Заһир Суфиян улы [1.11.1940, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Вәлит а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 17.2.2019, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], актёр. РФ‑тың (2000) һәм БАССР‑ҙың (1984) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1964), ӨДСИ‑не (1986; икеһе лә — Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) тамамлаған. 1964 й. алып Сибай драма театры, 1970—2018 йй. — БАДТ актёры.

Һәр яҡтан һәләтле актёр. В. ижад иткән сәхнә образдары психологик тәрәнлек, драматизм м‑н айырылып тора. Сибай драма театрындағы төп ролдәре: Аҡйегет (“Ай тотолған төндә”;дебют, 1964), Ильяс [“Юғалған мөхәббәт”, С.Т.Айытматовтың“Гүзәлем минең Әсәл” (“Тополёк мой в красной косынке”) повесы б‑са], Үмәркәй (“Ҡанат йәйгәндә”, Н.Асанбаев). БАДТ сәхнәһендә тулы һәм художество яғынан бөтөн образдар тыуҙыра: Тимерғәли (“Йәнбикә”, Р.Ә.Сафин), Шағир (М.Кәримдең“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы б‑са Р.В.Исрафиловтың“Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..” спектакле), Дәрүиш (“Ай тотолған төндә”, М.Кәрим). Классик драматургия ролдәрендә сағыу характерлылыҡ, авторҙың дәүерҙе һәм стилде нескә тойоуы күренә: Чебутыкин (“Апалы-һеңлеле өсәү”, А.П.Чехов), Доменико Сориано (“Илай белмәгән ҡатын”, Э. Де Филиппоның “Филумена Мартурано” пьесаһы б‑са), Нароков [“Аҡ ҡанатлы хыялым”, А.Н.Островскийҙың“Таланттар һәм табыныусылар” (“Таланты и поклонники”) пьесаһы б‑са]. В. ҙур эштәренең береһе булып А.Х.Абдуллиндың“Ун өсөнсө председатель” — “Һуңғы уҙаман” дилогияһы б‑са ҡуйылған спектаклдәге Сәғәҙиев роле тора. “Ай ҡыҙы” т/ф (“Башҡортостан” ДТРК‑һы; 2001) Олатай ролен уйнай. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1981).

Т.П.Абросимова, Л.С.Фәрзетдинова

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке