ВӘЛИЕВА Баныу Нурғәле ҡыҙы (14.12.1914, Ҡазан губ. Шәмбалыҡсы а. — 24.2.2003, Өфө), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано), педагог. РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1947) халыҡ, РСФСР-ҙың (1949) һәм БАССР‑ҙың (1942) атҡ. артисы. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын тамамлағандан һуң (1938; Е.А. Милькович класы) 1966 й. тиклем БДОБТ солисы, 1961 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1969—98 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта. Күренекле башҡ. опера сәнғәте оҫталарының береһе. Бөтә регистрҙарҙа ла тигеҙ яңғыраған көмөштәй зыңлап торған сағыу, йылы тембрлы наҙлы тауышҡа, иҫ киткес музыкаллеккә үҙенсәлекле моңға, сәхнә һөйкөмлөлөгөнә эйә була. Төп партиялары: Ракелина (“Тирмәнсе ҡыҙы”; дебют, 1938), Баттерфляй (“Чио-Чио-сан”, Дж.Пуччини), Виолетта (“Травиата”, Дж. Верди), Джульетта (“Ромео һәм Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, Ш.Гуно), Марфа (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский‑Корсаков). Милли операларҙа сағыу һәм күңелдә ҡалырлыҡ ҡатын‑ҡыҙ образдарын ижад итә: Әминә (“Салауат Юлаев”), Аҡ-Жуныс (“Ир-Тарғын”, Е.Г.Брусиловский), Айхон (“Мәйсәрә шуҡлыҡтары” — “Проделки Майсары”, С.А.Юдаков), Алтынсәс (Н.Ғ.Йыһановтың ш. уҡ исемдәге операһы) һ.б. Таңһылыу (“Аҡбуҙат”, 1942), Ҡарлуғас (Н.К.Чемберджиҙың ш. уҡ исемдәге операһы, 1941) партияларын, ш. уҡ Р.Ә.Мортазин, Н.Ғ.Сабитов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. күп кенә романстарын һәм йырҙарын тәүге башҡарыусы. Уның башҡарыуындағы “Ашҡаҙар”, “Ерән ҡашҡа”, “Зөлхизә”, “Таштуғай”, “Һандуғас” башҡ. оҙон көйҙәре сағыу һәм тулҡынландырғыс яңғырай. РСФСР‑ҙың халыҡ артисы Н.К.Дауытов, ТАССР‑ҙың — Ф.Х. Насретдинов, СССР‑ҙың — С.Я.Лемешев, П.Г.Лисициан м‑н сығыш яһай. СССР, Бирма, Һиндостан, Непал буйлап гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында В.Ә.Йәләлетдинов, Г.С.Родионов, Т.Х.Үҙәнбаева, РФ‑тың халыҡ артисы В.В.Тирон, БР‑ҙың атҡ. артисы О.З.Килмөхәмәтов. Тыуған ауылында В. музейы эшләй. Өфөлә В. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.  

Әҙәб.: Х а й р у л л и н Р.Х. Мастера оперного искусства Башкирии. Уфа, 1963; А х м а д и е в а Р.Р. Бану Валеева. Уфа, 1974. 

Э.А.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика