ВӘЛИЕВА Альда Әкрәм ҡыҙы (11.3. 1940, Өфө), журналист, кинорежиссёр. Ә.Вәлиҙең ҡыҙы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990), ТВ һәм радио отличнигы (1984). Журналистар союзы (1967), Кинематографсылар союзы (1995) ағзаһы. Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1962) “Башҡортостан” ДТРК-һында эшләй: редактор, 1993 й. алып “Кино” ижади берекмәһе етәксеһе. 1999 й. башлап Башҡортостандың Респ. урыҫ драма театрында бүлек мөдире, 2004 й. — БДОБТ‑ла бүлек начальнигы. А.Д.Бурзянцев, Р.А.Гәрәев, Л.С.Ҡыуатова, Р.М.Нурмөхәмәтов, Ә.Х.Ситдиҡова һ.б. мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре т‑да китап һәм мәҡәләләр авторы. Үҙенең сценарийҙары б‑са 50‑нән ашыу фильм ҡуйған: “Башҡорт еренең урыҫ йырҙары” (“Русские песни башкирской земли”, 1994; Халыҡ‑ара фольклор фестивале лауреаты, Архангельск ҡ., 1997), “Ҡыҙыл ҡәнәфер” (“Красная гвоздика”; 1997), “Үҙ өйөңдә бәләкәй байрамдар” [“Маленькие праздники в собственном доме”, 1997; “Рәсәй” (“Россия”) уйынһыҙ кино асыҡ фестивале дипломанты, Екатеринбург ҡ., 1997], “Хәтер һәм өмөттәр саҡырыуы буйынса” (“По зову памяти и надежд”; 1997) һ.б. Бер нисә фильмы сит илдә төшөрөлә: Францияла — “Мөхәббәт ярындағы байрам” (“Праздник на берегу любви”, 1995; Нуриев Р. исемендәге халыҡара балет сәнғәте фестивале т‑да), Италияла — “Башҡорт балетының Милан кисәләре” (“Миланские вечера башкирского балета”; 2003), Португалияла — “Португалия, алыҫ һәм яҡын” (“Португалия, далёкая и близкая”; 2006).

 Х е ҙ м.: Мир тепла и радости. Уфа, 1992; Печаль моя светла... Радик Гареев в воспоминаниях. Уфа, 1997; Телевидение — жизнь моя. Уфа, 2008. 

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика