ВӘЛИЕВ Мәсәлим Мөшәрәп улы (26.3.1888, Ырымбур ҡ. — 2.1.1956, Өфө), композитор, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1940). Композиторҙар союзы ағзаһы (1940). 1917 й. алып Көнсығыш муз. мәктәбе (Ырымбур) уҡытыусыһы, 1919—20 йй. Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә, унда художестволы үҙешмәкәрлекте етәкләй, Ырымбурҙа Төркөстан фронтының сәйәси бүлеге оркестрының капельмейстеры була. 1921—22 йй. Башҡ. драма театры (Стәрлетамаҡ ҡ.) оркестры скрипкасыһы һәм етәксеһе, 1923 й. башлап Ырымбур радиоһының муз. бүлеге скрипкасыһы һәм дирижёры, бер үк ваҡытта Ырымбур мәктәптәрендә йыр уҡытыусыһы, 1930 й. — Татар акад. театры (Ҡазан) скрипкасыһы. 1932 й. алып Башҡ. драма театрының (Өфө) муз. бүлеге мөдире һәм оркестры ди‑ рижёры. СССР Композиторҙар союзы Башҡ‑н бүлексәһенең тәүге рәйесе (1940—48). Башҡ. проф. музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. С.М. Мифтаховтың “Һаҡмар” пьесаһы б‑са ш. уҡ исемле тәүге башҡ. операһы (1939; Мифтахов либреттоһы, 1940 й. ҡуйыла; Н.И.Пейко м‑н берлектә яҙылған операның “Айһылыу” исемле яңы редакцияһы 1943 й. ҡуйыла), ш. уҡ “Шәүрә” операһы (1946; М.А.Буранғолов либреттоһы) авторы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында В. тарафынан В.Нуримбәков пьесаһы б‑са “Машдибад” муз. комедияһы (1943 й. ҡуйыла), Б.Бикбай шиғырына тәүге башҡ. балладаларының береһе “Тура ҡараусы кеше”; “Ерән ҡашҡа атҡайым”, “Гел алға”, “Дивизия, алға!” йырҙары яҙыла. Симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәр (“Башҡорт увертюраһы”, “Легенда”, “Салауат” сюитаһы, “Бейеү сюитаһы” һ.б.), камера-инструменталь әҫәрҙәр (Ҡыллы квартет, халыҡ көйҙәрен файҙаланып фп., скрипка, виолончель өсөн пьесалар), башҡ. халыҡ йырҙа‑ ры һәм инструменталь көйҙәр эшкәртмәләренең авторы. Композиторҙың ҡабатланмаҫ оҫталығы айырыуса вокаль музыкала асыҡ сағыла, уның үҙенсәлеге башҡ., татар, украин һәм урыҫ мелосы элементтарын берләштереүҙә күренә: Х.Туфан һүҙҙәренә (һуңыраҡ текст Ә.Ерикәй шиғырына алмаштырыла) “Аҡ ҡайын”, Ҡ.Даян шиғырҙарына “Матур Өфө ҡалаһы” һәм “Таң йыры”, Р.Ниғмәти һүҙҙәренә “Сәләм һүҙе” һ.б. Башҡорт драма театрындағы Б.Бикбайҙың “Ҡарлуғас”, Ғ.Ғ.Әхмәтшиндең “Тальян гармун” (икеһе лә — 1939), М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле драматик спектакленә (1940) һ.б. муз. яҙа. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955). Өфөлә В. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: А т а н о в а Л.П. Масалим Валеев. Уфа, 1970.

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика