ВӘЛИЕВ Лек Вәли улы (19.4.1935, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Раевка ҡсб — 23.3.1992, Өфө), режиссёр. РСФСР‑ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (“Ай тотолған төндә”, М.Кәрим). Зөбәржәт — Л.М.Солтанова (1972) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966). Мәскәү ер төҙөлөшө инженерҙары ин‑тын (1959), Ленинград театр, музыка һәм кинематография ин‑тын (1965; А.А.Музиль курсы) тамамлаған. 1965—69 һәм 1981—87 йй. БАДТ реж., 1971—81 йй. баш реж.; 1969— 71 йй. Салауат башҡ. драма театры, 1987 й. алып Сибай башҡ. драма театры, 1990 й. — Башҡ. ҡурсаҡ театрының баш реж.; бер үк ваҡытта 1965 й. башлап Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1972—85 йй. һәм 1989—92 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта. 1965 й. Салауат башҡорт драма театры сәхнәһендә В.К.Сәйфуллин һәм Л.Н.Елшанкиндың “Умырзая” спектакле м‑н тәү башлап сығыш яһай. В. реж. сәнғәте геройҙар характерын мөмкин тиклем киңерәк асыуға, сәхнә хәрәкәтен психологик һәм соц. дәлилләүгә, художестволы фекер теүәллегенә ынтылыуы м‑н айырылып тора. В. ижадының сәскә атыуы Башҡорт драма театрында эшләгән дәүергә тура килә: А.Н.Островскийҙың “Бәлә кеше башынан йөрөй”, М.Горькийҙың “Һуңғылар”, А.Пиранделлоның “Лиола” пьесаһы б‑са “Мут егет” һ.б. Уның “Әсә, Ер‑әсә” [“Әсә яланы” (“Материнское поле”) повесы б‑са] һәм “Хуш, Һарыгөл!” (ш. уҡ исемле повесть б‑са; икеһе лә — С.Т.Айытматов, В. инсценировкаһында), М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш”, Н.Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” спектаклдәре мөһим художестволы ҡаҙаныш була. Сибай башҡорт драма театрында М.Ғафуриҙың “Ҡыҙыл йондоҙ”, “Башҡорт туйы” һ.б.; Ғ.Камал ис. Татар театры сәхнәһендә М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” һәм “Ташлама утты, Прометей!” спектаклдәрен ҡуя. “Париж егете Әлфәнис” (1986), “Упҡын, йәки Муйыл һыуығы” (1988) һ.б. пьесалар авторы. Уҡыусылары араһында Н.А.Байкова, Ә.Ҡ.Сафиуллин, Т.Н.Хәйбуллина, Х.М.Шәмсетдинов, Л.М.Әхмәтвәлиев. БАССР-ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1983). Өфөлә В. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

 Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика