ВӘЛИЕВ Камил Мөхәмәтшакир улы [20.9.1942, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Түб. Сәрҙек а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны)], актёр, режиссёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1984), ТАССР‑ҙың халыҡ (1979) һәм атҡ. (1973) артисы. Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1965). Әлмәт татар драма театры эргәһендәге театр студияһын тамамлаған (1966; Ғ.Ф.Йосопов курсы). 1961 й. алып Туймазы район мәҙәниәт йортоноң драма коллективы етәксеһе. 1963 й. Минзәлә татар драма театры актёры, 1964—97 йй. һәм 2004 й. башлап Әлмәт татар драма театры актёры, 1997—2004 йй. баш режиссёры. Көслө темпераментҡа, юғары сәхнә мәҙәниәтенә эйә актёр. Төп ролдәре: Мирхәйҙәр (“Ташҡындар”, Т.Ғиззәт; дебют, 1966), Шәкүр (“Диләфрүзгә дүрт кейәү”, Т.Ғ.Миңнуллин), Риппафрата (“Трактир хужабикәһе” — “Трактирщица”, К.Гольдони), Әсфән (“Әгәр бик һағынһаң”, А.М.Ғиләжев) һ.б. Ҡатмарлы психологик образдар тыуҙырыу һәләте трагик характерҙағы ролдәрҙә айырыуса ныҡ сағыла: Аҡйегет һәм Дәрүиш (“Ай тотолған төндә”), Һабанҡол (“Әсә яланы” — “Материнское поле”, Ғ.К. Хөсәйенов; С.Т.Айытматовтың ш. уҡ исемле повесы б‑са). Режиссёр булараҡ 1993 й. Миңнуллиндың “Аҡбай һәм һарыҡ малайы” спектакле м‑н тәүге тапҡыр сығыш яһай. В. ҡуйған спектаклдәргә сағыу сәхнә кәүҙәләнеше һәм образдарҙың сатирик үткерлеге хас. Режиссёр репертуарында Башҡортостан яҙыусылары әҫәрҙәре мөһим урын алып тора: И.Ә.Абдуллиндың “Айһылыуҙың айлы кистәре”, И.Х.Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары”, Ф.М.Бүләковтың “Әбейҙәргә ни етмәй?”, Р.М.Кинйәбаевтың “Гүргә керер сер ине” һ.б. “Науруз” Халыҡ-ара төрки халыҡтар театр фестивале дипломанты (Ҡазан, 1998).

Әҙәб.: Р ә х и м о в Җ. Әлмәт татар дәүләт драма театрына 50 ел. Әлмәт, 1994.

 

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Яндекс.Метрика