АЗУРИТ (фр. azur — асыҡ зәңгәр), карбонаттар класы минералы, Cu3[СO3]2(OH)2. Пластинка һәм ҡыҫҡа призма рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Агрегаттары ҡатлаулы, бөртөклө. Төҫө ҡуйы зәңгәр, сағыу, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,4—4,0; тығыҙлығы 3770—3890 кг/м3; йәбешкәклеге уртаса; мурт, кислотала эрей.

БР‑ҙа алтын‑полиметалл һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының окисланыу зонаһында осрай. Ҡиммәтле баҡыр мәғдәне, лак-буяу сәнәғәте өсөн сеймал.

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018