ВӘЛИЕВ Әлфәт Мирсәйет улы (3.12. 1938, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Яңы Туҡмаҡлы а.), кинооператор. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Фоторәссамдар союзы ағзаһы (1997). “Мосфильм” к/ст эргәһендәге оператор оҫталығы курстарын (1988; етәксеһе П.Н.Кузнецов) тамамлаған. 1960 й. алып шымартыусы, бер үк ваҡытта 1974 й. — Өфө агрегат производство берекмәһенең “Авангард” мәҙәниәт һарайы эргәһендәге “Аван‑ гард” к/ст, 1997—2003 йй. “Ағиҙел” кинофотоклубы операторы. Респ. тәүге анимация фильмы — “Петя Петрушин мажаралары” (“Приключения Пети Петрушина”) авторы (1967; ҡара: Анимация киноһы). 70‑тән ашыу фильм, ш. иҫ. “Өй төҙөү беҙгә бер нәмә лә түгел” (“Что нам стоит дом построить”) мультипликацион фильмы (1988; Бөтә Союз һәүәҫкәр фильмдар смотр‑конкурсы лауреаты, Вол‑ гоград ҡ., 1990); “Хәтер” (“Память”, 1975; Бөтә Союз һәүәҫкәр фильмдар фестивале лауреаты, Мәскәү, 1975), “Ямғырҙар, ямғырҙар...” [“Дожди, дожди...”, 1978; “Лиепая көҙө” (“Лиепайская осень”) кинофестивале лауреаты, Лиепая ҡ., 1980], “Яңы йыл детективы” (“Новогодний детектив”; 1982) ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмдары; “Тәүге аҙымдар” (“Первые шаги”, 1974; Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр фильмдар фестивале лауреаты, Мәскәү, 1974), “Ҡарға бутҡаһы” (1982, Халыҡ‑ара фольклор фестивале лауреаты, Кишинёв, 1984), “Еңеү яҙы шаңдауы” [“Эхо победной весны”, 1994; “Ер һәм кешеләр” (“Земля и люди”) Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр фильмдар фестивале лауреаты, Мәләүез ҡ., 1995; бөтәһе лә “Авангард” к/ст төшөрөлгән], “Хайран ҡалған мосафир” [“Очарованный странник”, 2002; “Ватан” (“Отечество”) Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр фильмдар фестивале лауреаты, С.‑Петербург, 2002; “Ағиҙел” кинофотоклубы] документаль фильмдарын төшөрә.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика