ҒӘСКӘРОВ Ф. ИСЕМЕНДӘГЕ ХАЛЫҠ БЕЙЕҮҘӘРЕ АНСАМБЛЕ, 1938 й. БАССР‑ҙың Театр-тамаша предприятиелары идаралығының (1939 й. алып Башҡорт филармонияһының) Концерт эстрада бюроһы Башҡ. бейеү, йыр һәм музыка ансамбленең бейеү коллективы (нояб. алып халыҡ бейеүҙәре ансамбле; ХБА) булараҡ ойошторола, 1940 й. башлап Башҡ. халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1988 й. Ғәскәров исеме бирелә. 1991 й. ХБА филармония составынан сыға һәм Ф.Ғәскәров ис. БР дәүләт, 1997 й. алып Ф.Ғәскәров ис. БР дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле исемен йөрөтә. Ойоштороусыһы һәм тәүге художество етәксеһе – Ф.Ә.Ғәскәров. Тәүге концерты 1938 й. 1 нояб. була. Репертуар нигеҙен башҡ. халыҡ хореографияһынан торған яңғыҙ бейеүҙәр — “Мөғлифә”, “Ҡара юрға”, “Байыҡ”, “Перовский”, дуэттарҙың һәм күмәк бейеүҙәрҙең тәүге өлгөләре (башлыса башҡ. халыҡ байрамдары һәм йолаларының бейеү фрагменттары: “Көйәнтә”, “Игеҙәктәр”, “Уйын”, “Башҡорт егеттәре бейеүе”, “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Гвардеецтар”), ш. уҡ урыҫ, татар, украин һәм белорус бейеүҙәре тәшкил итә. Ансамблдең тәүге составына Р.В.Бикташева, М.И.Воронченко, М.Р.Иҙрисов, А.Н.Иҙрисова, З.С.Исмәғилев, Х.Н.Мағазова, С.Г.Шумков һ.б. инә. Муз. өлөштө Ал.С.Фоменков, Т.Ш.Кәримов етәкләй; концертмейстерҙар булып пианистар Ю.Г.Гринберг, Е.Н.Крылова, баянсылар А.Н.Корнеев, В.Д.Масленников, А.Ф.Николаев, М.А.Скорняков, Ал‑др С.Фоменков, М.П.Фоменков, ҡурайсылар Р.Ғ.Бүләкәнов, Х.Ғ.Мулдаҡаев, М.А.Рәхмәтуллин һ.б. эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында коллектив күп тапҡыр фронтҡа концерт м‑н бара. Тәүге гастролдәре 1947 й. Приморье крайында һәм Сахалин утрауында үтә. 50‑се йй. аҙ. — 60‑сы йй. башындағы бейеүҙәре араһында “Байыҡ” (яңы варианты), “Бишбармаҡ”, “Биҙрә менән бейеү”, “Бүләк”, “Өс туған”, “Ете ҡыҙ”, “Бесәнселәр” исемле тулы хореографик композициялар айырылып тора, уларҙа милли фольклор темалары һәм образдары кәүҙәләндерелә. Яңы күмәк бейеүҙәр сығарыла: “Бөрйән уйындары”, “Ҡышҡы һунар”, “Белорет-Әүжән кадриле” (“Белорецко-авзянская кадриль”), “Рус соланы” (“Русские сени”). Ошо йылдарҙа коллективҡа Р.С.Бәҙретдинов, Р.Ә.Бәкеров, Е.Н.Варламова, Ф.С.Гәрәева, Х.Ғ.Зөбәйҙуллин, Л.М. һәм Ф.Ш.Кәримовтар, Т.Ф.Урманов, Э.А.Урманова, Ә.Н.Фәхретдинов, Р.М.Хәзиева, М.Д.Шумкова, М.М.Шәмсетдинов, З.Ғ.Әйүпова һ.б. ҡушыла. Бейеүҙәрҙе Ғәскәров, Е.К.Войтович, Н.Г.Зайцев, И.И.Ибраһимов, К.В.Матсон, Х.Ғ.Сафиуллин, Т.Ш.Хоҙайбирҙина, Шәмсетдинов һ.б. ҡуя. 60—70‑се йй. яңы темалар, сағыу художестволы образдар барлыҡҡа килә. “Азамат”, “Яугир”, “Шаян ҡыҙҙар”, “Төньяҡ амурҙары”, “Ғашиҡ төҙөүселәр”, “Яҙғы ташҡын” композициялары, Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя халыҡтары бейеүҙәре премьералары була. Был осорҙа коллективҡа яңы быуын бейеүселәре: Э.Ә.Ғәббәсова, З.Ә.Ғәбделхаҡова, Ә.С.Зиннуров, Р.Ғ.Зәйнуллин, Л.Й. һәм Р.С. Камалетдиновтар, М.И.Мәжитов, Л.И.Нагаева, Р.М.Саттаров, М.Ғ.Сафиуллин, Т.Ф.Сәғиҙуллин, М.Ф.Тимерғәзиев, Ә.Ғ.Төхвәтуллина, Р.Ғ.Туйсина, Р.М.Харисов, Ф.Ғ.Хәсәнов, Ш.Т.Яруллина-Мөбәрәкова һ.б., концертмейстерҙар: баянсылар Н.Ғәлиев, Ю.В.Осипов, З.В.Солтанов, Ә.М.Солтанов, Ф.К.Сәйфуллин, Р.Ә.Фәсхетдинов, ҡурайсылар Й.А. Вәхитов, А.Р.Хәлфетдинов һ.б. килә. Бейеүҙәрҙе Исмәғилев, Мағазова һ.б. ҡуя. 1974 й. үҙенсәлекле составтағы классик (баян, гитара, скрипка, тромбон, флейта һ.б.) һәм халыҡ (ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, дөңгөр, һорнай һ.б.) ҡоралдары оркестры ойошторола (муз. етәксеһе Р.В.Моратшин). 80—90‑сы йй. балетмейстерҙар Р.Ф.Ғәбитов, Гәрәева, Х.Ф.Мостаев, И.Х.Хәбиров ҡуйған “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Сәскә ат, Башҡортостан”, “Ҡурай моңо” хореографик композицияларынан, “Салауат”, “Бөркөткә һунар уйыны”, “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Көтөүсе йыры”, “Еҙ үксә” миниатюраларынан һ.б. торған репертуар төҙөлә. ХБА репертуарында “Сәскә атҡан ҡурай” (Мостаев ҡуя) башҡ., “Күңелле бейеү” (“Веселуха”; А.Х.Зөбәйҙуллин ҡуя) белорус, “Кантри” америка һәм “Шолом” йәһүд (икеһен дә Ф.Н. Хачатрян ҡуя) хореографик сюиталары ҙур урын биләй. Был йылдарҙа ансамблгә Мәскәү, Ленинград, Ҡазандың мәҙәниәт һәм сәнғәт ин‑ттарын, Хореография колледжын һәм ХБА‑ның үҙ студияһын тамамлаусылар — йәш артистар Г.Р.Абсатарова, Р.А.Амантаев, Ф.Ғ.Амантаева, А.И.Байғазов, С.А.Ғәбитова, А.Х.Зөбәйҙуллин, Р.Ф.Мозафарова, Р.М.Мәжитов, Ә.Ә.Фәсхетдинов, Р.Н.Хәйруллин, Н.М.Шәмсетдинов, Р.Ф.Шәмсетдинова, А.М. һәм Р.Х.Шәрәфетдиновтар, Р.С.Әбделмәнов, Г.З.Әбделмәнова һ.б. килә. 90‑сы йй. ХБА‑ла артист династиялары барлыҡҡа килә, яңы быуын артистары ҡушыла: О.Л.Андреева, А.Р.Баймөхәмәтова, А.Ф.Бикбулатова, А.Р.Вәлиуллин, А.Н.Ғәйнетдинова, Р.Т.Исламова, Ф.Х.Ҡаҙаҡбаев, В.Б.Логвинкова, Р.М.Мөлөков, И.Ҡ.Ноғманова, М.Х.Сәлимуллин, А.Т.Шәфиғуллина, Э.М.Әхмәтова-Нәбиева һ.б. ХБА м‑н композиторҙар М.М.Вәлиев, З.Ғ.Исмәғилев, А.С.Ключарёв, Р.Ә.Мортазин, К.Й.Рәхимов, Х.Ф.Әхмәтов әүҙем хеҙмәттәшлек иткән. Репертуар төҙөүҙә БАДТ актёрҙары И.Зәйни, Б.Ә.Йосопова, Т.Рәшитова, Ғ.Ғ.Ушанов ҡатнашҡан. Ансамбль Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһынан (1955) башлап респ. һәм унан ситтә үткәрелгән бөтә мәҙәниәт көндәрендә ҡатнаша. Рәсәйҙә һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Европа, Төньяҡ һәм Латин Америкаһы илдәрендә гастролдәрҙә була. ХБА бейеүселәре 4‑се, 5‑се, 7‑се, 11‑се, 12‑се бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалдәре, байтаҡ Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй фестивалдәре һәм конкурстары лауреаты була. ХБА — бейеү коллективтарының Бөтә Союз (1977) һәм Бөтә Рәсәй (1978; икеһе лә — Мәскәү) һ.б. конкурстары, БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. дәүләт пр. (1990) лауреаты. Художество етәкселәре: Ғәскәров (1939—45, 1951—70), Зайцев (1945—46, 1947 й. алып), Шәмсетдинов (1948—49, 1950—51), Х.Ғ.Зөбәйҙуллин (1970, 1974—75), Мостаев (1970—74), Фәхретдинов (1975 й. алып), Хәбиров (1979 й. алып), Гәрәева (1981 й. алып), Х.Й.Әлмөхәмәтов (1986 й. алып), Харисов (1987 й. алып), Яруллина-Мөбәрәкова (1989 й. алып), А.Х.Зөбәйҙуллин (1995—2000, 2011 й. алып), Ғәбитов (2000—03). Дир.: Р.Һ.Хәлимов (2003 й. алып), Р.Х.Шәрәфетдинов (2011 й. алып), Ҡаҙаҡбаев (2013 й. алып художество етәксеһе, 2014 й. башлап дир.).

Әҙәб.: Хайруллин Р.Х. Башкирский государственный ансамбль народного танца. Уфа, 1966; Саитов С.С. У истоков Государственного академического ансамбля народного танца Республики Башкортостан имени Ф.А.Гаскарова. Уфа, 1997.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика